Гәзиткә яҙылыу
29 Октябрь 2021, 10:04

Эстафета – өфөләрҙә!

Автор.Автор.
Фото:Автор.

Өфө ҡалаһындағы Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһы директоры Илһам Ғайсин һөйләүенсә, белем усағындағы ҡыҙ һәм малайҙар, тырышып уҡыуҙан тыш, төрлө йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем. Мәҫәлән, улар мәктәп тормошондағы төрлө сараларҙың уртаһында ҡайнай, байрам һәм кисәләрҙә теләп ҡатнашалар.

Белеүебеҙсә, 102-се баш­ҡорт гимназияһында уҡытыу­сы­лар ҙа әүҙем һәм һөнәрен яратып баш­ҡара. Белем уса­ғының педагогтары Мәләүез ҡалаһында урынлашҡан Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы баш­ҡорт гимназияһынан эстафетаны (“Башҡортостан” республика гәзитенә яҙылыу) ихлас ҡабул итеп алды. Уларҙың тотош коллектив менән 2022 йылдың тәүге яртыһына “Баш­ҡортостан” гәзитенә яҙылыуы ҡы­уандыра ла, һоҡландыра ла.

Илһам Зинур улы белде­реүенсә, “Башҡортостан” гәзи­те аналитик мә­ҡә­ләләрҙе йыш биреүе арҡа­һында гәзит уҡыусыларҙы артты­рыу­ға өлгәшкән. Баҫмала “Белем һәм тәрбиә”, “Мәғариф” махсус биттәренең донъя күреүе  һәр йәһәттән дә отошло, ғөмү­мән, мәғариф йүнәлешендә уҡымлы мәҡәләләр даими сығып тора. Башҡорт гимна­зияһында бөгөн 1300-гә яҡын уҡыусы иҫәпләнә, 70-тән ашыу педагог эшләй.

- Илдар АҠЪЮЛОВ.

Читайте нас