

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!
2022 йылдың беренсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу бара. Гәзитегеҙ – тоғро дуҫығыҙ, кәңәшсегеҙ йыл аҙағына тиклем йортоғоҙға килеп торһон тиһәгеҙ, ашығығыҙ, почта бүлексәләрендә һеҙҙе көтәләр.
Баҫмабыҙға яҙылыу тураһындағы квитанцияларығыҙҙың күсермәһен ебәрһәгеҙ, “Аҙна һайын – бүләк!” акцияһында ҡатнашып, бүләк отоу ихтималлығы бар: электр сәйнүктәре, саң һурҙырғыс, тонометр һәм башҡа көнкүреш кәрәк-ярағы.
Акцияның шарттары ябай: гәзиткә яҙылып, квитанцияның күсермәһен һәм телефон һанын күрһәтеп, беҙгә почта, WhatsApp ҡушымтаһы аша (89177901571), электрон адресҡа (bashgazet@mail.ru) ебәрегеҙ.
Хаҡтар түбәндәгесә:
П 2729 индексы (шишәмбе, йома) алты айға – 1555 һум 20 тин;
П 3030 индексы (йома) –
847 һум 14 тин.
Электрон версия (rbsmi.ru сайты аша) – 900 һум.
Матбуғат йортонан килеп алыу шарты менән:
алты айға – 816 һум,
бер йылға – 1550 һум.
“Йома” һаны – 432 һум.
Өфө ҡалаһында йәшәүселәр гәзиткә “Өфө матбуғаты” киосктарында арзан хаҡҡа яҙыла ала: алты айға – 1260 һум.
Адресыбыҙ:
Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 5-се ҡат. Белешмәләр өсөн телефондар:
(347) 272-62-61, 273-83-92.
***
Был аҙнала бүләк отоусы Ғафури районының Юлыҡ ауылынан Рәйфә Урманшина булыр. Ул мәктәптә уҡытыусы булып эшләй. “Быйыл “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы һәм “Башҡортостан” гәзитенә яҙылдым. Был баҫмаларҙағы мәғлүмәт менән эшемдә лә файҙаланам, башҡортса кроссвордты ғаилә менән сисәбеҙ – үҙенә күрә бер мауыҡтырғыс шөғөл. Яңы хикәйәләрҙе лә уҡырға яратабыҙ”, – тине әүҙем гәзит уҡыусыбыҙ.
Һеҙгә аҙна бүләге – блендер сыҡты. Рәхим итеп, килеп алығыҙ.
Һеҙҙән хаттар көтәбеҙ, ҡәҙерле дуҫтар!