Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
19 Ноябрь 2021, 12:45

“Гәзитегеҙҙе көтөп алам”

“Аҙна һайын – бүләк” конкурсы дауам итә. Был аҙнала бүләк Асҡын район үҙәгенә юллана. Күптәнге дуҫыбыҙ, Асҡын ауы­лының 2-се мәктәбендә тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Рәйлә Ҡәйүмова бөгөнгө отош уйынында фен отто.

“Гәзитегеҙ – үҙе бүләк, көтөп алам Башҡортостаныбыҙҙың төп баҫмаһын”, – тип яҙған ул хатында.

Хөрмәтле дуҫтар!

Акция декабрь аҙағынаса дауам итә. Һеҙҙән хаттар көтәбеҙ!

Бергә булдыҡ – бергә ҡала­йыҡ.

Читайте нас: