Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
26 Ноябрь 2021, 14:28

“Аҙна һайын – бүләк!” акцияһына ҡушыл

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!

2022 йылдың беренсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу бара. Гәзитегеҙ – тоғро дуҫығыҙ, кәңәшсегеҙ йыл аҙағына тиклем йортоғоҙға килеп торһон тиһәгеҙ, ашығығыҙ, почта бүлек­сәләрендә һеҙҙе көтәләр.

Баҫмабыҙға яҙылыу тураһындағы квитанцияларығыҙҙың күсермәһен ебәрһәгеҙ, “Аҙна һайын – бүләк!” акцияһында ҡатнашып, бүләк отоу ихтималлығы бар: электр сәйнүктәре, саң һурҙырғыс, тонометр һәм башҡа көнкүреш кәрәк-ярағы.

Акцияның шарттары ябай: гәзиткә яҙылып, квитанцияның күсермәһен һәм телефон һанын күрһәтеп, беҙгә почта, WhatsApp ҡушымтаһы аша (89177901571), электрон адресҡа    ([email protected]) ебәрегеҙ.

 

Хаҡтар түбәндәгесә:

П 2729 индексы (ши­шәмбе, йома) алты айға – 1555 һум 20 тин;

П 3030 индексы (йома) – 847 һум 14 тин.

Электрон вер­сия (rbsmi.ru сайты аша) – 900 һум.

Матбуғат йортонан килеп алыу шарты менән:

алты айға – 816 һум,

бер йылға – 1550 һум.

“Йома” һаны – 432 һум.

Өфө ҡалаһында йәшәүсе­ләр гәзиткә “Өфө матбуғаты” киоск­тарында арзан хаҡҡа яҙыла ала:  алты айға – 1260 һум.

Адресыбыҙ: Өфө ҡалаһы, Ок­тябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 5-се ҡат. Белешмәләр өсөн телефондар: (347) 272-62-61, 273-83-92.

*  *  *

Был аҙнала “Аҙна һайын – бүләк” акцияһы еңеүсеһе – Салауат райо­нының Урмансы ауылынан Гөлнәзирә Солтанова. Бүләк – вафли бешергес.

Ул 30 йылдан ашыу Урмансы ауылы балалар баҡ­саһында тәр­биәсе булып эш­ләй. “Баш­ҡорт­остан” гәзите эшем­дә бик кәрәк. Йома һанын ҡә­ҙерле ҡунаҡ кеүек көтөп алам. Бик уҡымлы баҫма. Республика яңы­лыҡ­тары, алдынғы, тырыш кешеләр, сә­ләмәтлек тураһында мәҡәләләрҙе яратып уҡыйым. Әлбиттә, сканвордты ла сисергә тырышам, яуаптарын белеп етмәһәм, киләһе номерҙы көтөп алып, барыбер тултырып ҡуям. Гәзит хеҙмәт­кәрҙәренә ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыш­тар теләйем”, – тип яҙа ул хатында.

Хөрмәтле дуҫтар!

Акция декабрь аҙағынаса дауам итә. Һеҙҙән квитанция күсермәләре менән хаттар көтәбеҙ.

Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!        

www.bashgazet.ru

Читайте нас: