Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
4 Декабрь 2021, 15:50

Ун көнлөктә арзан хаҡҡа яҙылығыҙ!

6 декабрҙән 16-һына тиклем 2022 йылдың беренсе яртыһына матбуғатҡа ташламалы хаҡҡа яҙылыу буйынса ун көнлөк иғлан ителәсәк.

“Башҡортостан” гәзитенә ун көнлөктә ташламалы хаҡ менән почта бүлексә­ләрендә, rbsmi.ru сайтында, podpiska.ru һылтанмаһы аша инеп яҙылырға була.

Баҫмабыҙға яҙылыу тураһындағы квитанцияларығыҙҙың күсермәһен ебәрегеҙ. “Аҙна һайын – бүләк!” акцияһында ҡатнашып, бүләк отоу ихтималлығы бар: электр сәйнүктәре, саң һурҙырғыс, тонометр һәм башҡа көнкүреш кәрәк-ярағы.

П2729 индексы(аҙнаһына ике тапҡыр сыға) алты айға – 1399 һум 38 тин;

П 3030 индексы (йома) – 741 һум 62 тин.

Электрон версия (rbsmi.ru сайты аша) – 900 һум.

Матбуғат йортонан килеп алыу шарты менән:

алты айға – 816 һум,

бер йылға – 1550 һум,

“Йома” һаны – 432 һум.

Өфө ҡалаһында йәшәүселәр гәзиткә “Өфө матбуғаты” киосктарында арзан хаҡҡа яҙыла ала:  алты айға – 1260 һум.

Адресыбыҙ: Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 5-се ҡат. Белешмәләр өсөн телефон: (347) 273-83-92.

 

*  *  *

 

“Аҙна һайын – бүләк!” бәйгеһе дауам итә. Был аҙнала бү­ләк – тонометр Мәләүез райо­ны­ның Эткөсөк ауылына юллана. Миң­зәлә Халиҡ ҡыҙы Сангишева 33 йыл баш бухгалтер булып эшләгән, әле хаҡлы ялда. “Башҡорт телендәге өс-биш баҫмаға йыл һайын яҙыла киләбеҙ. Өс бала тәрбиәләп үҫтергәндә лә матбуғат һүҙенә таяндыҡ. Гәзитебеҙ – рухи ҡәлғәбеҙ!” – ти ул.

Бәйге дауам итә. Һеҙҙән хаттар көтәбеҙ, дуҫтар!

Читайте нас: