Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
9 Декабрь 2021, 16:15

Изгелек ҡылығыҙ, яҡындарығыҙға матбуғат бүләк итегеҙ!

Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясовтың өлгөһөнән ситтә ҡалмағыҙ.  

Изгелек ҡылығыҙ, яҡындарығыҙға матбуғат бүләк итегеҙ!
Изгелек ҡылығыҙ, яҡындарығыҙға матбуғат бүләк итегеҙ!

Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов - электән гәзит-журналдарҙың яҡын дуҫы. Быйылғы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы барышында ла ул ситтә ҡалманы. Кешеләрҙе лә яҙҙырҙы, башҡаларҙы ла ошоға саҡырҙы. Социаль селтәрҙәрҙә ошондай яҙма ҡалдырҙы:

“Баҫмаларға яҙылыу кампанияһы ҡыҙа. Бөгөн мин яҙылдым. Хөрмәтле ветераныбыҙ Рәшит Әхмәҙулла улы Ишморатовты “Башҡортостан” гәзитенә яҙҙырҙым, был уға Ватан Геройҙары көнө алдынан матур бүләк булһын.

“Көйөргәҙе” гәзитен - райондың инвалидтар йәмғиәте һәм ветерандар советына, “Аҡбуҙат” балалар журналын Илкәнәй ауылындағы “Ләйсән” балалар баҡсаһына яҙҙырҙым.

Свобода ауылындағы ҡарттар йорто өсөн - “Юшатыр” һәм “Республика Башкортостан” гәзиттәре. Ермолаевка ауылы әүҙемселәре тураһында ла онотманым. Ауылдың “Көнсығыш” биҫтәһе старостаһы Владимир Швейкин – “Республика Башкортостан”ды, Айсыуаҡ ауылы старостаһы Хәйерлә Шалабаева “Юшатыр”ҙы аласаҡ.

Был гәзит-журналдар тик изге хәбәрҙәр генә килтерһен.

Һеҙ ҙә дуҫтар ситтә ҡалмағыҙ. Яҡындарығыҙға матур бүләк яһағыҙ, һәм ошоноң менән баҫмаларыбыҙға ярҙам итегеҙ”.

Ысынлап та, хакимиәт башлығының бик матур башланғысы был. Рәхмәт һеҙгә, Юлай Талха улы. Башҡалар ҙа уға ҡушылһа ине!

#подариподписку
#матбуғатбүләкит

Фото: Инстаграм. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: