Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
13 Декабрь 2021, 15:00

“Орлан” пассажирҙарына – бушлай гәзит, журнал

Пассажирҙар юлда ваҡытты файҙалы итеп үткәрҙе

“Орлан” пассажирҙарына – бушлай гәзит, журнал
“Орлан” пассажирҙарына – бушлай гәзит, журнал

9 декабрҙә “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы менән берлектә “Орлан” тиҙ йөрөшлө поезы пассажирҙарына гәзит, журналдар таратыу буйынса акция үткәрҙе. Сараның маҡсаты – пассажирҙарҙы матбуғатты уҡырға йәлеп итеү, республика киң мәғлүмәт сараларын танытыу.

Нәшриәт йортоноң медиа директоры Айнар Байбулатов әйтеүенсә, гәзит, журналдарҙы бушлай таратыу пассажирҙарҙа матбуғат сараларына ҡыҙыҡһыныу уятырға, юлда ваҡытты файҙалы үткәрергә булышлыҡ итә.

– “Орлан” поезында сәфәрҙе мөмкин тиклем уңайлыраҡ итергә тырышабыҙ, шуға күрә берлектәге акцияға ҡыуанып ҡушылдыҡ, – тине Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы генераль директорының беренсе урынбаҫары Олег Черноокий.

Әйткәндәй, 6-16 декабрҙә республикала бөтә категориялағы матбуғат сараларына ташламалы хаҡҡа яҙылыу декадаһы үткәрелә. Был осорҙа яратҡан баҫмаларға 10 процент ташлама менән яҙылырға мөмкин.

Фото: resbash.ru

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: