Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
21 Декабрь 2021, 22:00

Дуҫтарыбыҙ артты!

Сибай институты етәкселәре "Башҡортостан" гәзитенә яҙылды! Ә һеҙ?

Дуҫтарыбыҙ артты!
Дуҫтарыбыҙ артты!

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты - республиканың көньяҡ-көнсығыш райондары өсөн ысын мәғәнәһендә белем мәккәһе. Ул Рәсәй кимәлендә лә танылыу тапҡан.

Уҡыу йортонда халҡыбыҙҙың тарихына хөрмәт йөҙөнән ҙур эштәр башҡарыла: батырҙар аллеяһы булдырылған, М. Аҡмуллаға, М. Өмөтбаевҡа, Р. Ғариповҡа, башҡорт халыҡ йыры "Сыңрау торна"ға, "Урал батыр"ға барельефтар ҡуйылған. Белемле, рухлы, заманса фекер йөрөткән белгестәр әҙерләү өсөн уҡыу йортоноң матди-техник базаһы көслө, уларҙы профессорҙар, фән докторҙары, кандидаттары уҡыта.

Милли матбуғатты алдырыу, таратыу буйынса ла Сибай институты күптәргә өлгө булып тора. Студенттар менән гәзит-журналдарҙың баш мөхәррирҙәре, журналистар осрашыуҙары йыш үтә. Беҙҙең баҫма менән дә уҡыу йорто күп йылдар хеҙмәттәшлек итә. Әле лә шатлыҡлы яңылыҡ еткерәбеҙ: Илдар Хәмитов етәкселегендәге коллективтың яртыһы, атап әйткәндә, етәксе урындарҙа эшләгәндәр киләһе йылдың тәүге яртыһында "Башҡортостан"ды алдырасаҡ. Улар араһында гәзитебеҙҙең тоғро дуҫтары - профессор-академиктар Әҙеһәм Барлыбаев, Йәлил Һөйөндөков һәм Илгиз Һөйөндөковтар ҙа бар. Ә институттың матбуғат хеҙмәте етәксеһе Рәүилә Хәсәнова, үҙенән тыш, Баймаҡ районында йәшәгән бер туған апаһы өсөн дә гәзиткә яҙылды. Рәүилә Сәфәрғәле ҡыҙына яҙылыу кампанияһын ихлас ойошторғаны өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.

Әгәр Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы, филология фәндәре докторы Гөлфирә Абдуллина күптән түгел тыуып үҫкән ауылы мәктәбе менән китапханаһына 14 гәзит-журналға подписка бүләк итеп шатландырһа, ә бына Сибай институтының филология фәндәре кандидаттары һәм докторҙары, тел белгестәренең ни өсөндөр милли матбуғатҡа яҙылыуҙы инҡар итеүе аптырашта ҡалдырҙы.

Автор фотолары.

Дуҫтарыбыҙ артты!
Дуҫтарыбыҙ артты!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: