Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
22 Ғинуар 2022, 11:58

Бә­хетлеләр билдә­ләнде

“Башҡортостан” гәзитенә яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатылды.

2022 йылдың тәүге ярты­һына төп милли баҫмабыҙ – “Башҡорт­остан”ға яҙы­лыу­сыларҙың бары­һына ла оло рәхмәтебеҙҙе еткерә­беҙ. Мат­буғат һүҙен, рух төшөнсә­һен яҡын күргән гәзит уҡыусы­ла­рыбыҙҙан 200-ҙән ашыу квитанция килде. Отошто үткә­реүгә “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансам­бле­нең солисы, гәзите­беҙҙең күп­тәнге ду­ҫы, Башҡортос­тандың ат­ҡа­ҙанған артисы Венера Юлгилдина килеп етте һәм лототронда бә­хетлеләрҙе билдә­ләргә ярҙам итте. Тура эфир­ҙы гәзите­беҙҙең “Бәйлә­неш­тә”ге төркөмөндә күрергә була.

Бына улар – еңеүселәр:

  1. Электр сәйнүге – Белорет районының Ҡаһарман ауылынан Нәфисә Шәкиро­ваға;
  2. Йылылыҡ вентиляторы – Мәләүез ҡалаһынан Ә. Йәркә­еваға;
  3. Шөрөп бороу ҡорамалы – Көйөргәҙе районының Яҡшымбәт ауылынан Гөлнур Аҡсароваға;
  4. Яҡтыртыу лампаһы – Өфө районының Красный Яр ауылынан Рәүилә Дауытоваға;
  5. Үтек – Өфө ҡалаһынан Гөлфиә Иҙелбаеваға;
  6. Табалар йыйылмаһы – Ғафури районының Йөҙимән ауылынан Т. Рәхмәтуллинаға;
  7. Яҡтыртыу шәме – Ҡыр­мыҫҡалы районының Ибра­һим ауылынан Фәүзиә Лати­поваға;
  8. Фен – Йылайыр районының Юлдыбай ауылынан Ф. Рәмовҡа;
  9. Ҡырынғыс – Мәләүез районы­ның Арыҫлан ауылынан Малик Бураҡановҡа;
  10. Электр сәйнүге – Баймаҡ районының 1-се Төркмән ауылынан Фирүзә Рәсүлеваға;
  11. Фитнес-браслет – Кө­йөр­гәҙе районының Яҡшым­бәт ауылынан Зилә Түлә­коваға.

Ҡотлайбыҙ һеҙҙе, гәзитебеҙҙең тоғро дуҫтары! Отмағандар ҙа отолмай: ярты йыл буйы гәзитегеҙ – дуҫығыҙ менән осрашырһығыҙ, яҡшы хәбәрҙәр, яңы хикәйәләр, ҡыҙыҡлы бәйгеләр, тормош күренештәренән мәҡәләләр менән ҡыуандырып торорбоҙ.

Бүләк отоусылар түбәндәге телефон буйынса бәйләнешкә сыҡһын ине: 8 (347) 273-83-92, 8-917-420-20-28.

[email protected]

Читайте нас: