Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
28 Ғинуар 2022, 11:29

Һәр почтальон Илзидә ише алсаҡ булһын!

Балтас районында “Башҡортостан” гәзите күпләп тарала.

Айрат Нурмөхәмәтов.
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов.

Балтас районы халҡы – ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу йәһәтенән республикабыҙҙа алдынғылар исемлегендә. Айырым кешеләр гәзит-журналдарҙы өйҙәренә күпләп алдыра, бынан тыш ойошма-предприятиелар ҙа был тәңгәлдә өлгө күрһәтә. Мәҫәлән, быйыл 105 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк “Башҡортостан” республика гәзитен был тарафтарҙа йөҙгә яҡын фекерҙәшебеҙ алдырып уҡый.

Боғҙан ауылында бер хат ташыусының өй һайын йөрөп гәзит-журналдар таратыуы әллә ҡайҙан күҙгә салынды. Балтас районына йыш килеү мөмкин түгел. Форсаттан файҙаланып, почтальонка менән әңгәмәләштек.

“Илзидә Зараева булам”, – тип таныштырҙы ул үҙен. Йөҙө май ҡояшылай балҡый, күңеле күтәренке, һөйләп һүҙе бөтмәй. “Бөтә почтальонкалар ҙа уның шикелле алсаҡ булһа ине”, тигән теләк тыуҙы күңелдә.

– Почтаны күршеләге Иҫке Тимкәнән барып алам, ул минең тыуған ауылым булғас, унда һәр саҡ атлығып торам, – тип башланы һүҙен Илзидә Ғәбделхаян ҡыҙы. – Ауылдар араһы ныҡ йыраҡ түгел, нисәмә йыл эшләйем бит, өйрәнелде инде. Гәзит-журналдарҙы аҙнаһына өс тапҡыр таратам. Кешеләр күберәк “Балтас таңнары” район гәзитенә яҙыла, бер нисә район өсөн баҫылған “Йәнтөйәк”кә лә өҫтөнлөк бирә, шулай уҡ бүтән гәзит-журналдарҙы алдырып уҡый. “Башҡортостан” гәзитен дә яраталар.

Илзидә Зараева янында ҡурсаҡ кеүек ҡыҙ ҙа бар. Баҡтиһәң, ул ғәзиз кешеһе – Элинаны ла үҙе менән бергә алған. Әңгәмәсемдең һүҙҙәренә ҡарағанда, бәләкәйҙән эшләп үҫкән балалар тормошҡа еңел яраҡлаша. Етмәһә, һәр ваҡыт кеҫә телефонына текәлеп ултырыу яҡшыға алып килмәй, саф һауала йөрөү – һаулыҡты нығытыуға бер аҙым.

Дүрт балаға ғүмер биргән Илзидә менән Виранис Зараевтар, шулай уҡ ваҡытлы матбуғат менән дуҫ. Төрлө гәзит-журналдарға яҙылып, улар балалары Денис, Диана, Элина һәм Аринаға күркәм тәрбиә бирә.

– Урам, улай ғына ла түгел, ҡапҡаға хәтлем юл таҙартылғас, эштә ҡыйын­лыҡтар юҡ, – ти Илзидә Зараева. – Берәҙәк эттәр ҙә беҙҙә юҡ. Ғөмүмән, халыҡ та бер-береһенә ихтирамлы һәм теләктәш.

 

Илдар АҠЪЮЛОВ.

 

Балтас районы.

Читайте нас: