Гәзиткә яҙылыу
8 Февраля 2022, 11:00

Иртәгә бүләктәр уйнатыла!

9 февралдә, 7.45 сәғәттә Башҡортостан юлдаш телеканалының “Сәләм” тапшырыуын ҡарарға онотмағыҙ! 

Иртәгә бүләктәр уйнатыла!Иртәгә бүләктәр уйнатыла!
Иртәгә бүләктәр уйнатыла!

Билдәле булыуынса, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто гәзит-журналдарға яҙылған кешеләр араһында “Яҙыл һәм бүләк от!” тип аталған бик матур акция үткәреп килә.

Уның шарттарына ярашлы, бер республика, бер район баҫмаһына яҙылып, квитанция күсермәһен нәшриәт йортона ебәрергә кәрәк ине.

Иртәгә, 9 февралдә, 7.45 сәғәттә Башҡортостан юлдаш телеканалының “Сәләм” тапшырыуында конкурс шарттарын үтәгәндәр араһында ҡиммәтле бүләктәр уйнатыласаҡ. Ә бүләктәр шәп кенә: ноутбук, телевизор, туңдырғыс камера, ҡар таҙартыу машинаһы, йылытыу-елләтеү ҡорамалы.

Әйткәндәй, быға тиклем акцияла беҙҙең “Башҡортостан” гәзитенә һәм үҙ районының баҫмаһына яҙылып бүләк отҡан дуҫтарыбыҙ ҙа булды, быйыл да беҙҙең уҡыусыларыбыҙға уңыш йылмайыр, тип ышанабыҙ!

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас