Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
11 Февраль 2022, 12:26

“Бүләктәрегеҙгә рәхмәт!”

Быйыл 100 йыллыҡ юбилейын билдә­ләйәсәк Көйөргәҙе районының Яҡшымбәт урта мәктәбе коллективы “Башҡортостан” гәзитенә йыл да әүҙем яҙыла, 12–13 кеше гәзитте даими алдыра.

“2011 йылда квитанциялар отошонда байтаҡ яҙылыусылар иҫтәлекле бүләктәр отҡайны, – тип хәтергә ала Зилә Дамир ҡыҙы. – Әле лә бүләктәрегеҙҙе алып ҡыуандыҡ. Беҙгә әхлаҡ, тәрбиә тураһында мәҡәләләр, яңы хикәйәләр оҡшай. Артабан да дуҫлығыбыҙҙы дауам итербеҙ”.

Бүләк отоусылар – Яҡшымбәт урта мәктәбе директоры, Рәсәй Федерацияһы мәғарифының маҡтаулы хеҙмәткәре Гөлнур Ҡотдос ҡыҙы Аҡһарова (уңдан беренсе) һәм география уҡытыусыһы, мәктәптең тыуған яҡты өйрәнеү музейы етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Зилә Дамир ҡыҙы Түләкова мәктәп музейында уҡыусылар менән.

 

АЛДАН ЯҘЫЛЫУ БАШЛАНДЫ

 

1 ФЕВРАЛДӘН 31 МАРТҠА ТИКЛЕМ

 

2022 йылдың икенсе яртыһына матбуғатҡа 2022 йылдың тәүге яртыһындағы хаҡ буйынса яҙылығыҙ.

 

Почтала rbsmi.ru/catalog/podpiska сайтында

 

Хаҡтар түбәндәгесә:

аҙнаһына ике (шишәмбе, йома) сыҡҡан (индексы П2729) – 1555 һум 20 тин;

йома һаны (индексы П3030) – 847 һум 14 тин;

электрон версия – 900 һум.

Матбуғат йортонан килеп алыу шарты менән алты айға – 816 һум. Өфө ҡалаһында йәшәүселәр гәзиткә “Өфө матбуғаты” киосктарында арзан хаҡҡа яҙыла ала.

Белешмәләр өсөн телефон:

 (347) 273-83-92,

[email protected]

Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!

www.bashgazet.ru

Читайте нас: