Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
1 Апрель 2022, 12:02

Гәзитебеҙгә яҙылыу башлана

1 апрелдән 2022 йылдың икенсе ярты йыллығына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. Ул, ғәҙәттәгесә, 30 июнгә тиклем барасаҡ. Шуныһы һөйөнөслө: ай башында уҡ, 4–14 апрелдә, ташламалы хаҡҡа яҙылыу ун көнлөгө көтөлә. Был көндәрҙә үҙегеҙ яратҡан баҫмаларға арзан хаҡҡа яҙыла алаһығыҙ, хөрмәтле дуҫтар!

“Башҡортостан” гәзитенә почта бүлексәләрендә һәм интернет аша rbsmi.ru сайты аша, шулай уҡ podpiska.pochta.ru/press/П2729, podpiska.pochta.ru/press/П3030 һылтанмалары аша еңел яҙылырға була.

Йылдағыса, июль айында ойоштороласаҡ бүләктәр отошонда ҡатнашырға теләһәгеҙ, “Башҡортостан” гәзитенә яҙылып, квитан­ция­ларығыҙҙың күсермәһен редакция адресына ебәреүегеҙҙе һорайбыҙ. Уларҙы 15 июлгә тиклем “Рәсәй почтаһы” аша 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 509-сы бүлмә адресы буйынса, шулай уҡ [email protected] электрон почтаһына юлларға була.

 

Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!

Читайте нас: