Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
4 Апрель 2022, 08:00

Гәзиткә яҙылһағыҙ - спектаклгә бушлай!

Кем дә кем алты айға "Башҡортостан" гәзитенә яҙылып өлгөрә, 24 апрелдә Башҡорт дәүләт академия драма театры актерҙары ҡуясаҡ "Гүргә керер сер ине" спектакленә саҡырыу билеты аласаҡ.

Гәзиткә яҙылһағыҙ - спектаклгә бушлай!
Гәзиткә яҙылһағыҙ - спектаклгә бушлай!

Дуҫтар, төркөмдәштәр! 1 апрелдән 2022 йылдың икенсе ярты йыллығына ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу осоро бара. Ә 4 апрелдән 14 апрелгә тиклем гәзит-журналдарға ташламалы хаҡҡа яҙылыу ун көнлөгө иғлан ителә. Ошо арала яҙылһағыҙ, июль-декабрь айҙарында гәзитебеҙҙе осһоҙораҡ хаҡҡа алдырып уҡый алаһығыҙ.

Хаҡтар:
"Башҡортостан" (тулы версия, аҙнаға ике тапҡыр - шишәмбе һәм йома сыға, 8+24 битлек) - 1399 һум;
"Башҡортостан Йома" (йома көндө сыға, 24 битлек) - 747 һум;
Редакциянан килеп алыу шарты менән (тулы версия) - 816 һум;
Электрон подписка (тулы версия) - 900 һум.

Бынан тыш, кем дә кем алты айға "Башҡортостан" гәзитенә яҙылып өлгөрә (ҡайһы версияға булһа ла), 24 апрелдә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында Рәлиф Кинйәбаевтың әҫәре буйынса Башҡорт дәүләт академия драма театры актерҙары ҡуясаҡ "Гүргә керер сер ине" спектакленә саҡырыу билеты аласаҡ. Бушлай тамаша ла ҡараясаҡһығыҙ, ярты йыл буйы үҙебеҙҙең милли матбуғатты ла алдырасаҡһығыҙ.

Ашығығыҙ, саҡырыу билеттарының һаны сикләнгән!

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: