Ғафури районы Сәйетбаба ауылындағы "Ағинәйҙәр" ойошмаһы, "Асанай" халыҡ фольклор ансамбле, "Сәйетбаба" башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге ағзалары күмәкләшеп һоҡланғыс эштәр башҡара.
“Асанай” халыҡ ансамбле ҡайҙа ғына сығыш яһамаған, ниндәй генә еңеүҙәргә өлгәшмәгән! Улар дөңгөр, думбыра, шалтырауыҡ, ҡыл ҡумыҙ, быҙыбыт һәм башҡа милли музыка ҡоралдарында уйнап, күп халыҡты хайран ҡалдырған.
Ағинәйҙәр ҙә дәрте-дарманы менән йәштәргә биргеһеҙ! Концерттар, спектаклдәр, спорт саралары, конкурстар уларһыҙ үтмәй. Мәсеткә лә йөрөйҙәр, ғәрәп телен дә өйрәнәләр. Ҡул эштәре, аш-һыу... Өҫтәүенә барыһы ла "Башҡортостан" гәзитенә яҙыла. Ҡылған ғәмәлдәре һанап бөткөһөҙ.
Гәзитебеҙҙең киләһе һандарының береһендә ошо үҙенсәлекле ойошмалар хаҡында һүҙ алып барасаҡбыҙ. Шундай илһөйәр, телһөйәр шәхестәр барҙа милли баҫмаларыбыҙ тағы ла күркәмләнер, бай йөкмәткеһе менән кешеләрҙе үҙенә йәлеп итер.