4 – 14 апрелдә 2022 йылдың икенсе яртыһына матбуғатҡа ташламалы хаҡҡа яҙылыу буйынса ун көнлөк иғлан ителде.
“Башҡортостан” гәзитенә ошо осорҙа ташламалы хаҡ менән почта бүлексәләрендә, rbsmi.ru сайтында, podpiska.pochta.ru һылтанмаһы аша инеп яҙылырға була.
П2729 индексы (аҙнаһына ике тапҡыр сыға) – 1399 һум;
П3030 индексы (йома гәзите) – 742 һум.
Гәзитебеҙҙең электрон төрөнә ошо уҡ rbsmi.ru сайтында яҙыла алаһығыҙ. Ярты йылға яҙылыу хаҡы – 900 һум.
Редакция йылдағыса тоғро дуҫтарына ҡиммәтле бүләктәр ҙә әҙерләне. Бүләк отор өсөн бары гәзиткә яҙылып, чекты фотоға төшөрөп, телефон һандарын күрһәтеп, беҙгә редакцияға ватсап аша 8-917-420-20-28 телефонына йәки [email protected] электрон адресына ебәрергә кәрәк.