Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
26 Апрель 2022, 23:00

Район гәзите - халыҡтың яҡын дуҫы

"Игенсе" ҡотлауҙар ҡабул итте. 

Район гәзите - халыҡтың яҡын дуҫы
Район гәзите - халыҡтың яҡын дуҫы

Бөгөн Саҡмағош районында “Игенсе” район гәзитенең юбилейына арналған тантаналы саралар үтте. Баҫманың коллективын Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Зөһрә Сәйетҡолова, "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йортоноң генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Рәсүл Сәфәрғәлиев, БР Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов, “Кызыл таң” һәм “Өмет” республика гәзиттәре мөхәррирҙәре Фаил Фәтхетдинов, Рәдиф Ноғоманов һәм башҡа ҡунаҡтар тәбрикләне.

Бына инде 90 йыл райондың “Игенсе” гәзите уҡыусылары өсөн дуҫ һәм әңгәмәсе булып ҡала. Күп йылдар дауамында ауыл халҡы һәр яңы һанда район, республика тормошон яҡтыртҡан ышаныслы мәғлүмәт менән таныша алһын өсөн арымай-талмай эшләгән редакция коллективына йылы ҡотлауҙар һәм изге теләктәр яңғыраны.

Сарала редакция ветерандары, әүҙем ауыл хәбәрселәре, гәзитте уҡыусылар ҡатнашты.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: