Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
17 Май 2022, 15:30

Квитанция менән спектаклгә кил!

“Башҡортостан”, “Башҡортостан Йома” баҫмаларына яҙылыусыларҙы  бик матур бүләк көтә.

Квитанция менән спектаклгә кил!
Квитанция менән спектаклгә кил!

 

 23 майҙа 19.00 сәғәттә Өфөнөң Актерҙар һарайында Рәлиф Кинйәбаевтың “Гүргә керер сер ине” драмаһының премьераһына рәхим итегеҙ!

Тамаша залына гәзиткә яҙылыу квитанцияһын күрһәтеп инәһегеҙ. Башҡорт дәүләт академия драма театрының иң сағыу йондоҙҙары ҡатнашлығындағы премьераны күргегеҙ килһә,  23 майға тиклем 2022 йылдың икенсе яртыһына “Башҡортостан”, “Башҡортостан Йома” гәзиттәренә яҙылырға ашығығыҙ. Әйтеүебеҙсә, квитанция күсермәһе инеү билеты булып һаналасаҡ. Актерҙар йортоноң адресы: Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 94. Тамаша 19 сәғәттә башлана. Рәхим итегеҙ!

 Фото: “Башҡортостан” гәзите төркөмөнән.

  

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: