Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
28 Май 2022, 21:00

Мәләүездәр “Башҡортостан” гәзитенә яҙылды

Күренекле шағир, "Башҡортостан" гәзитен илле йыл алдырған Тимер Ниәтшин ниндәй теләктәрен еткерҙе?

Мәләүездәр “Башҡортостан” гәзитенә яҙылды
Мәләүездәр “Башҡортостан” гәзитенә яҙылды

“Китапханалар төнө-2022” сараһы сиктәрендә М. Буранғолов исемендәге 1-се Мәләүез ҡала китапханаһында “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре Тәнзилә Дәүләтбирҙина һәм Гөлсимә Сәлихова менән осрашыу булды. Кисәне мауыҡтырғыс, йөкмәткеле итеп китапханасы Рәзилә Ҡотлогилдина алып барҙы.

Сараға ҡала һәм райондың ижади, илһамлы кешеләре – Тимер Ниәтшин, Рәфҡәт Айытҡолов, Роберт Собханғолов, Фәнил Яманаев, Рәсимә Ғайсина, Гөлнур Семенова, Алик Фәйзуллин, шулай уҡ Ҡаран, Аптраҡ, Юлдаш ауыл мәҙәниәте йорттары хеҙмәткәрҙәре саҡырылғайны.

Баш ҡала ҡунаҡтары гәзиттә сыҡҡан фәһемле мәҡәләләр, ҡыҙыҡлы рубрикалар тураһында һөйләне. Кисә барышында баҫмаға яҙылыу ойошторолдо. Күренекле шағир Тимер Ниәтшин осрашыу башланыу менән “Башҡортостан”ға  яҙылып: “Гәзитебеҙ һәр ваҡыт республиканың көндәлек тормошон сағылдырған көҙгө булып ҡалһын ине. 50 йыл буйы уны алдырам һәм уҡыйым”, – тине.

Артабан һәүәҫкәр артистар матур концерт ҡуйҙы, уларға ҡушылып дәртле, ихлас мәләүездәр йырлап, бейеп күңел асты.

Фотолар: М. Буранғолов исемендәге 1-се Мәләүез ҡала китапханаһы.

Мәләүездәр “Башҡортостан” гәзитенә яҙылды
Мәләүездәр “Башҡортостан” гәзитенә яҙылды
Мәләүездәр “Башҡортостан” гәзитенә яҙылды
Мәләүездәр “Башҡортостан” гәзитенә яҙылды
Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас: