14 июндә Өфөләге Матбуғат йорто алдындағы майҙанда Матбуғатҡа яҙылыусы көнө ойошторола. Сара 11.00 сәғәттә башлана.
Республика баҫмаларына яҙылғандар араһында төрлө бүләктәр – тау велосипеды, мультибешергес, сымһыҙ ҡолаҡсындар, тышҡы аккумуляторҙар (power bank) уйнатыла, тип хәбәр иттеләр "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йортонан.
6-16 июндә ташламалы хаҡҡа яҙылыу декадаһы уҙғарыла. Яратҡан баҫмаларға 10 процент ташлама менән яҙылырға мөмкин. Беренсе һәм икенсе төркөм инвалидтарына, Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветерандарына, тыл хеҙмәтсәндәренә лә өҫтәмә льгота бар.
"Арғымаҡ" этно-рок төркөмө, "Ауаз" фольклор ансамбле, Башҡортостандың халыҡ артисы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, Фәдис Ғәниев, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марсель Ҡотоев, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Любовь Богатырева, виртуоз баянсы-гармунсы Салауат Әҡсәнов, Лилиә Ишемйәрова, Илнур Лоҡманов, "Тамыр" балалар йыр ансамбле, Филүс Беркет һәм башҡалар үҙҙәренең ижады менән ҡыуандырмаҡсы. Байрам ҡунаҡтары – республиканың күренекле шәхестәре. Йәрминкәлә "Китап" нәшриәтенең китап продукцияһын, халыҡ кәсептәре әйберҙәрен һатып алырға мөмкин.
Фото: end.ufacity.info, видеояҙма: "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто.