Гәзиткә яҙылыу
10 Июль 2022, 10:00

Байрамығыҙ менән, почта хеҙмәткәрҙәре!

Ауылдарҙа почта бүлексәләре селтәре үҫтереләсәк, тине республика Башлығы Радий Хәбиров.

Байрамығыҙ менән, почта хеҙмәткәрҙәре!Байрамығыҙ менән, почта хеҙмәткәрҙәре!
Байрамығыҙ менән, почта хеҙмәткәрҙәре!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров почта хеҙмәткәрҙәрен бөгөнгө һөнәри байрамдары менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. Шулай уҡ тармаҡтағы алдынғы замандаштарыбыҙың береһе тураһында бәйән итте.

“Наталья Ковина – бишенсе быуын почтальоны, 30 йылға яҡын эшләй. Уларҙың ғаилә хеҙмәт династияһының дөйөм стажы сама менән 200 йыл.

Династияға Наталья Ивановнаның ямщик булып хеҙмәт иткән ҡарт олатаһының олатаһы – Аким Петрович Лавров XIX быуатта уҡ нигеҙ һалған. Почта менән яҙмышын уның улы, ейәнсәрҙәре (Александра Ивановна менән Марина Ивановна – ҡаралы-аҡлы фотола), бүләсәләре (Наталья Ивановнаның әсәһе – Холкина Галина Павловна, уның һеңлеһе Сорвина Екатерина Павловна), Наталья Ивановна үҙе һәм һеңлеһе Татьяна бәйләгән.

Наталья Ивановнаны хеҙмәттәштәре ныҡ ихтирам итә, фекеренә ҡолаҡ һала. Өйҙә ул хәстәрлекле ҡатын, ике бала әсәһе. Улы Кирилл – курсант, Ватандың буласаҡ һаҡсыһы. Ҡыҙы Кристина психологка уҡый. Эше яуаплы булыуға ҡарамаҫтан, Наталья Ковина күңел өсөн дә ваҡыт таба – баҡса үҫтерә. Ул тәмле итеп ашарға бешерә, рецептар уйлап таба.

Һөнәргә тоғролоҡ тураһында ғәжәйеп тарих был. Наталья Ивановнаны һәм барлыҡ почта хеҙмәткәрҙәрен байрам менән ҡотлайым. Иң изге теләктәремде еткереп, бәхет, һаулыҡ теләйем!

Һәм тағы ла: яңыраҡ ПМЭФ-2022-лә “Рәсәй почтаһы”ның генераль директоры Максим Акимов менән ауылдарҙа почта бүлексәләре селтәрен үҫтереү тураһында һөйләшкәйнек. Беҙ уларҙы ҡайтанан ҡороп, ремонтлаясаҡбыҙ. Наталья Ивановна һәм уның хеҙмәттәштәре уңайлы шарттарҙа эшләһен өсөн”.

Фото: Р. Хәбировтың сәхифәһе.

 

Байрамығыҙ менән, почта хеҙмәткәрҙәре!
Байрамығыҙ менән, почта хеҙмәткәрҙәре!
Байрамығыҙ менән, почта хеҙмәткәрҙәре!
Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас