Гәзиткә яҙылыу
22 Август 2022, 03:00

66 йыл "Башҡортостан"ды алдыра!

Сибай ҡалаһында йәшәгән Сания Хөснетдинова 1956 йылдан алып гәзитебеҙгә яҙыла.

66 йыл "Башҡортостан"ды алдыра!66 йыл "Башҡортостан"ды алдыра!
66 йыл "Башҡортостан"ды алдыра!

"Башҡортостан" гәзите үҙенең 105 йыллыҡ юбилейын билдәләгән ваҡытта беҙ уның күптәнге тоғро дуҫтарының береһе Сания Хөснетдинова менән осраштыҡ. Ул Сибайҙа йәшәй, таусылар ҡалаһы үҫешенә тос өлөш индереүселәрҙең береһе. Оҙаҡ йылдар Сибай көкөрт комбинатында эшләй. Тормош иптәше Рәйес Хөсәйенов менән биш бала үҫтерә. Әле инәй хаҡлы ялда.

- "Башҡортостан" гәзитен 1956 йылдан алып яратып уҡыйым. Бер ваҡытта ла уға хыянат иткәнем юҡ. Һәр битен аҙағына тиклем ҡалдырмай уҡып барам, бигерәк тә дини яҙмалар, уңған һәм матур кешеләр хаҡындағы мәҡәләләр оҡшай. Элегерәк гәзиттә повестар сыға торғайны, һуңғы ваҡытта улар ҡуйылмай, ә хикәйәләрҙе яратмайым, - тип йылмая Сания инәй.

Дүрт тапҡыр хажға барған ул, бигерәк тә сәскәләр үҫтерергә ярата. Йорт эсе төрлө матур гөлдәргә күмелһә, баҡсаһында ниндәй генә сәскәләр үҫмәй! Уңған инәйҙең  түтәлдәрендә ҡыяр, помидор, татлы һәм әсе борос, ашҡабаҡ, сөгөлдөр тәгәрәп ята, еләктәре әле булһа ҡыҙарып бешкән!

"Башҡортостан"дың тоғро дуҫы Сания Зәкирйән ҡыҙы тураһында гәзитебеҙҙең киләһе һандарында таныштырырбыҙ. Әйткәндәй, һеҙ "Башҡортостан" гәзитенә яҙылдығыҙмы әле? 

Автор фотоһы.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас