Гәзиткә яҙылыу
31 Августа 2022, 14:00

Бүләктәр уйнатыуҙы башлайбыҙ!

Төп бүләктәрҙең береһе – Бөрйән районының Ябаҡ ауылындағы Гөлфиә һәм Владимир Григорьевтарҙың “Сәйәхәт” этно-йортонда дүрт кешелек ғаиләгә ике көнлөк ял!

Бүләктәр уйнатыуҙы башлайбыҙ!Бүләктәр уйнатыуҙы башлайбыҙ!
Бүләктәр уйнатыуҙы башлайбыҙ!

Ҡәҙерле дуҫтар! Бүләктәр уйнатыуҙы башлайбыҙ!

1 сентябрҙән 2023 йылдың тәүге яртыһына "Башҡортостан" гәзитенә яҙылыу осоро башлана. Яратҡан баҫмабыҙға почта бүлексәләрендә, rbsmi.ru сайтында яҙылырға була.

Һәр ваҡыттағыса, гәзитебеҙгә беренселәрҙән булып яҙылған иң тоғро һәм отҡор дуҫтарыбыҙ араһында шәп бүләктәр уйнатасаҡбыҙ! Бының өсөн бары телефонығыҙ һандарын күрһәтеп, квитанцияғыҙҙың күсермәһен беҙгә почта аша, ватсап буйынса 89174202028 телефонына йә bashgazet@mail.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк.

Төп бүләктәрҙең береһе – Бөрйән районының Ябаҡ ауылындағы Гөлфиә һәм Владимир Григорьевтарҙың “Сәйәхәт” этно-йортонда дүрт кешелек ғаиләгә ике көнлөк ял! Бейек тауҙар һәм йылға араһында урынлашҡан был бәләкәй генә ожмах мөйөшө һеҙгә онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итер! Еңеүселәребеҙ өсөн шулай уҡ Ағиҙел йылғаһы буйлап сәйәхәт һәм “Шүлгәнташ” музей комплексында тур ҡаралған! Бәхетегеҙҙе һанап ҡарағыҙ, дуҫтар!

Гәзитебеҙгә яҙылыусыларға шәп бүләктәр тураһында башҡа яҙмаларҙы bashgazet.ru һылтанмаһы буйынса инеп уҡып барырға онотмағыҙ!

Фото "Сәйәхәт" төркөмөнән.

Бүләктәр уйнатыуҙы башлайбыҙ!
Бүләктәр уйнатыуҙы башлайбыҙ!
Бүләктәр уйнатыуҙы башлайбыҙ!
Бүләктәр уйнатыуҙы башлайбыҙ!
Бүләктәр уйнатыуҙы башлайбыҙ!
Бүләктәр уйнатыуҙы башлайбыҙ!
Бүләктәр уйнатыуҙы башлайбыҙ!
Автор:Рәшит Зәйнуллин 
Читайте нас