

1 сентябрҙән 2023 йылдың тәүге яртыһына "Башҡортостан" гәзитенә яҙылыу осоро башланды. Яратҡан баҫмабыҙға почта бүлексәләрендә, rbsmi.ru сайтында яҙылырға була.
Һәр ваҡыттағыса, гәзитебеҙгә беренселәрҙән булып яҙылған иң тоғро һәм отҡор дуҫтарыбыҙ араһында шәп бүләктәр уйнатасаҡбыҙ. Бының өсөн бары телефонығыҙ һандарын күрһәтеп, квитанцияғыҙҙың күсермәһен почта аша редакция адресына, ватсап буйынса 89174202028 телефонына йә bashgazet@mail.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк.
Төп бүләктәрҙең береһе – Бөрйән районының Ябаҡ ауылындағы Гөлфиә һәм Владимир Григорьевтарҙың “Сәйәхәт” этно-йортонда дүрт кешелек ғаиләгә ике көнлөк ял. Бейек тауҙар һәм йылға араһында урынлашҡан был бәләкәй генә ожмах мөйөшө һеҙгә онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итер. Еңеүселәребеҙ өсөн шулай уҡ Ағиҙел йылғаһы буйлап сәйәхәт һәм “Шүлгәнташ” музей комплексында тур ҡаралған. Бәхетегеҙҙе һынап ҡарағыҙ, дуҫтар!
Гәзитебеҙгә яҙылыусыларға шәп бүләктәр тураһында башҡа яҙмаларҙы интернетта bashgazet.ru һылтанмаһы буйынса инеп уҡып барырға онотмағыҙ.
Баҫмаға интернет аша түбәндәге һылтанмалар аша еңел яҙылырға була:
podpiska.pochta.ru/press/П2729
podpiska.pochta.ru/press/П3030
Хаҡтар түбәндәгесә:
П2729 индексы (аҙнаһына ике тапҡыр сыға) –
1732 һум 38 тин.
П3030 индексы (йома гәзите) – 939 һум 54 тин.
Гәзитебеҙҙең электрон төрөнә rbsmi.ru сайтына инеп яҙыла алаһығыҙ. Ярты йылға яҙылыу хаҡы – 990 һум.
Өфө ҡалаһында йәшәгәндәр “Өфө-матбуғат” киосктарында арзаныраҡ хаҡҡа яҙыла ала.
БЕРГӘ БУЛДЫҠ, БЕРГӘ ҠАЛАЙЫҠ!

