Гәзиткә яҙылыу
14 Октябрь 2022, 11:03

Тоғро дуҫтарыбыҙға – аҙна һайын бүләк!

Блендер, саң һурҙырғыс, электр ит турағыс, дрель, термос, утюг, сәйнүк, Бөрйән районының “Сәйәхәт” этнойортона һәм Баймаҡ районының “Иҫәнтур” турбазаһына ял, “Шүлгәнташ” музей комплексына тур, “Китап” нәшриәтенән “Башҡортса дини календарь”... Бүләктәр шәп – ә кемдәр отор?

Ҡәҙерле дуҫтар! Гәзитебеҙгә киләһе йылдың тәүге ярты йыллығына яҙылыусылар өсөн “Аҙна һайын бүләк” акцияһын башлайбыҙ! Унда ҡатнашыу өсөн бары гәзиткә яҙылыу тураһында квитанцияғыҙҙы фотоға төшөрөргә һәм телефон һандарын күрһәтеп, 8-917-420-20-28 телефонына ватсап аша йәки bashgazeta@mail.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк. Был юлы уңыш, бәлки, тап һеҙгә йылмайыр – шуға ла бәхетегеҙҙе һынап ҡарағыҙ әле!

Әйткәндәй, яратҡан баҫмабыҙға WWW.RBSMI.RU, WWW.POCHTA.RU сайттарында өйҙән сыҡмай ғына яҙылырға була.

Хаҡтар түбәндәгесә:

П2729 индексы (аҙнаһына ике тапҡыр сыға) – 1732 һум 38 тин;

П3030 индексы (йома гәзите) – 939 һум 54 тин.

Гәзитебеҙҙең электрон төрөнә ошо уҡ сайтта яҙыла алаһығыҙ. Ярты йылға яҙылыу хаҡы – 990 һум.

Белешмәләр өсөн телефондар: 273-83-93, 272-62-61.

Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!

Читайте нас