Гәзиткә яҙылыу
16 Октябрь 2022, 05:30

Ауыл хакимиәттәрендә "Башҡортостан" булырға тейеш

Асҡын районының Солтанбәк ауылы хакимиәте башлығы Фәнил Шәрәфетдинов милли баҫмаларға яҙылырға саҡыра. "Халыҡҡа тап беҙ өлгө күрһәтәбеҙ", - ти ул. 

Ауыл хакимиәттәрендә "Башҡортостан" булырға тейешАуыл хакимиәттәрендә "Башҡортостан" булырға тейеш
Ауыл хакимиәттәрендә "Башҡортостан" булырға тейеш

Айыҡ ауыл-2021” республика конкурсында “Ҙур ауылдар” номинацияһында икенсе урынды яулаған Асҡын районының Солтанбәк ауылы әүҙемселәре: “Беҙ мәртәбәле сарала еңеү өсөн генә ҡатнашманыҡ, ә тыуған төйәгебеҙҙә тормош тағы ла матурланһын тип ысын күңелдән теләйбеҙ. Конкурстан һуң да әүҙемлекте юғалтмаясаҡбыҙ, төрлө саралар даими үтеп торасаҡ, өлгө күрһәтеп йәшәйәсәкбеҙ”, – тигәйне. Ысынлап та, һүҙҙәренә тоғро ҡалдылар.

Әле лә ауылда төрлө сағыу, үҙенсәлекле, шәп саралар дауам итә, уларҙа балалар ҙа ихлас ҡатнаша. Урындағы тормош менән генә ҡайнап йәшәмәй, республика кимәлендә лә әүҙем солтанбәктәр. Шул иҫәптән милли матбуғат хаҡында ла онотмайҙар. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Солтанбәк ауылы хакимиәте башлығы Фәнил Шәрәфетдинов “Башҡортостан” гәзитенә киләһе йылға яҙылып ҡуйҙы.

Беҙ социаль, мәҙәни, белем биреү учреждениеларына гәзит-журнал алдырыуға ҙур иғтибар бүләбеҙ. “Башҡортостан”ға, үҙебеҙҙең райондан “Йәнтөйәк” менән “Ышаныс”ҡа, шулай уҡ балалар өсөн “Аҡбуҙат”ҡа һәм башҡа баҫмаларға яҙылып торабыҙ. Ауылыбыҙҙағы ғаиләләр ҙә гәзит-журналды күпләп алдыра”, – ти ул.

Фәнил Фәнғәт улы республикабыҙҙың ауыл хакимиәттәре башлыҡтарын “Башҡортостан”ға яҙылырға саҡыра. “Беҙ үҙебеҙҙең район гәзиттәрен һәр ваҡыт алдырып торабыҙ. Шуға өҫтәп, ауыл хакимиәттәрендә төп милли баҫмабыҙ мотлаҡ булырға тейеш, тигән фекерҙәмен. Беҙгә килеп-киткән кеше күп, тимәк, улар өлгө аласаҡ. Хакимиәт “Башҡортостан”ға яҙылһа, урындағы башҡа учреждениелар балалар, үҫмерҙәр, йәштәр өсөн сыҡҡан, шулай уҡ әҙәби, мәҙәни, дини, фәнни һәм башҡа гәзит-журналдарҙы даими алдырып торһа, урындағы халыҡ бар яҡлап ҡурсаулы, тигән һүҙ. Матбуғат баҫмаларына яҙылыу мәлендә ситтә битараф ҡалмайыҡ", - ти ауыл хакимиәте башлығы.

Фото Ф. Шәрәфетдиновтың шәхси архивынан.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас