

Ишембай районы элек-электән матбуғатты яратҡан төбәк булараҡ билдәле. Беҙҙең “Башҡортостан” гәзитенә лә йылдан-йыл иң күбе улар яҙыла. Был эшкә һәр ойошма бик яуаплы ҡарай.
Ишембай ҡалаһы һәм районы ҡатын-ҡыҙҙарының “Беҙ бергә” йәмғиәте рәйесе, Ишембай ҡалаһында урынлашҡан ябыҡ типтағы махсус белем һәм тәрбиә биреү учреждениеһы директоры Гүзәл Шаһиева - ошондай яуаплы етәкселәрҙең береһе. Уларҙың коллективы йыл һайын матбуғат баҫмаларына әүҙем яҙыла. Бөгөн дә социаль селтәрҙә уларҙың гәзит-журнал тотоп төшкән фотоһын күргәс, бик ҡыуандыҡ.
“2023 йылға яҙылыу кампанияһы тамамлана. Бөгөнгө көндә 200-ҙән ашыу Рәсәй, республика һәм урындағы гәзит-журналдарға яҙылдыҡ. Иң күп яҙылған матбуғат баҫмалары: "Башҡортостан ҡыҙы" журналы, "Башҡортостан" һәм "Республика Башкортостан" гәзиттәре. Хеҙмәттәшлек өсөн редакцияларға рәхмәт белдерәбеҙ!”, – тип яҙҙы Гүзәл Шаһиева.
Гүзәл Ғайса ҡыҙына шылтыратып, матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы барышы менән ҡыҙыҡһындыҡ.
– Беҙҙең учреждениела эшләгәндәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте ағзалары ла гәзит-журналһыҙ ҡалғаны юҡ. Йыл һайын дәррәү яҙылабыҙ. Ауылдарҙа йәшәгән йәмәғәт ойошмалары ағзалары ла ҡалмай, беҙгә квитанцияларын ебәреп тора. Республика баҫмаларын уҡыу беҙҙең ҡанға һеңгән. Яңылыҡтар менән танышабыҙ, фәһемле, ҡыҙыҡлы материалдар, төплө аналитика уҡыйбыҙ, – тине Гүзәл Шаһиева.
Уның белдереүенсә, 2023 йылдың тәүге ярты йыллығына улар 60-тан ашыу “Башҡортостан” гәзитенә яҙылған. Күптәр “Башҡортостан-Йома”ны һайлаған, тулы һанға яҙылыусылар ҙа бихисап.
"Башҡортостан" гәзите ихлас күңелдән уларға рәхмәт әйтә. "Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!" тигән лозунг менән эшләйбеҙ, һеҙҙең өсөн тырышабыҙ.
Фото: социаль селтәрҙән.