

"Бала саҡтан атайымдың күп яҡлылығына күнеккәнмен, шулай ҙа ҡайһы ваҡыт уның талантына ирекһеҙҙән тағы хайран ҡалам, - ти Рәшит Закир улының ҡыҙы Шәүрә Шәкүрова. - Атайым Башҡорт дәүләт университеты студенты булғанда Ҡурған өлкәһенә фольклор экспедицияһы менән бара һәм әсәйемде осрата. Шәүрә менән Гөлдәр тыуған өсөн башҡорт фольклорына бурыслыбыҙ, тип шаярта ул".
Шәүрә Рәшит ҡыҙы әйтеүенсә, ул, атаһының юлын дауам итеп, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында уҡыған йылдарында тикшеренеү эшен "Урал батыр" эпосы буйынса яҙа.
"Мин уны тарихи ауыҙ-тел ижады булараҡ ҡараным. Диссертацияны Әнүәр Әсфәндиәров етәкселегендә яҙҙым.
2007 йылда "Ғилем" нәшриәтендә "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосы". Архив сығанағы һәм уның текстологик анализы" тигән монография баҫылып сыҡты. Уның мөхәррире атайым булды.
Атайым замандың күренекле шәхестәрен өйрәнә, фәнни монографиялар буйынса тикшеренеүҙәр баҫтырып сығара, ошо эштең һөҙөмтәһе булараҡ, "Арҙаҡлы башҡорттар" китабын яҙа. Һеңлем Гөлдәр ҙә уның юлын һайлай. Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында уҡыта. Политология фәндәре кандидаты, доцент, Башҡортостан Стратегик тикшеренеүҙәр институты директорының фән буйынса урынбаҫары. Ейәндәренең – икенсе класс уҡыусыһы Руслан менән биш йәшлек Тимурҙың ниндәй һөнәр һайлары билгеһеҙ, әммә улар олаталарының тыуған ерҙең боронғо тарихы, уны яҡлаған батырҙар тураһында яҙған хикәйәттәрен тыңларға ярата", — тип яҙа Шәүрә Шәкүрова.
Редакцияға ул ғалим-яҙыусының йәш саҡта төшкән һәм бөгөнгө фотоһүрәттәрен дә һалып ебәргән. Икеһендә лә Рәшит Шәкүр “Башҡортостан” гәзитен тотоп ултыра.
Аҡһаҡал үҙе был фотоға ошондай аңлатма бирә:
“Беренсеһендә - Өфөләге нефть техникумына уҡырға килгән сағым. Беҙгә, ауыл үҫмерҙәренә, ошондай ҡупшы форма таратып биргәйнеләр. Техникум тормошо тураһында “Совет Башҡортостаны” гәзитенә мәҡәлә яҙып ебәрҙем. Материал дуҫ егеттәр төшөргән ошо фото менән бергә сығып китте. Аҙаҡ мине мәрәкәләп тә алдылар. Артабан тормошом гәзит менән ныҡлы бәйле булды. Өс йыл хәрби хеҙмәт үттем. Унда ла гәзитте алдыра инем. Икенсе фотола - һалдат саҡтар. Оҙаҡ йылдар ошо гәзит редакцияһындағы әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлегенә етәкселек иттем. Әле лә баҫма гел өҫтәлемдә”, – ти Рәшит Шәкүр.
Күптән түгел ул Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейына шәхси әйберҙәрен тапшырған. Улар араһында ошо тарихи фотолар ҙа бар.
Ә һеҙ гәзиткә яҙылып өлгөрҙөгөҙмө?
Фотолар Рәшит Шәкүрҙең шәхси архивынан алынды.