

Шуныһы ҡыуаныслы: халыҡҡа өлгө күрһәтеп, ҡайһы бер муниципалитет етәкселәре баҫмаға яҙылып та ҡуйҙы. Шундай яҡшы миҫал, мәҫәлән, Көйөргәҙе районында бар.
"Бала саҡтан республика гәзит-журналдарын яратып уҡыным, өйгә килә ине, әле лә шулай, хәҙер үҙем балаларым менән шул гәзит-журналдар ярҙамында мәҙәниәтте, телде өйрәнәбеҙ, мәҡәлә, әкиәтттәр уҡыйбыҙ.
Беҙ - район етәкселеге һәр ваҡыт алдан яҙылып ҡуябыҙ гәзиттәргә. Әле лә баҫмаларға яҙылыу кампанияһы башланыу менән Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Талха улы Ильясов бөтә командаһы менән район гәзиттәренә һәм республика баҫмаларына яҙылдыҡ.
"Башҡортостан"- мәғлүмәткә бай гәзит, төрлө йүнәлештәге мәҡәләләр донъя күрә. Гәзитте өйҙә ял итеү сараһы ғына итеп түгел, ә эш буйынса кәрәкле мәғлүмәт алыу йәһәтенән ҡулланам", - тип һөйләп үтте беҙгә Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Данил Аҡилев.