Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
4 Декабрь 2022, 14:00

Гәзиткә яҙыл да ял йортона бар!

Бының өсөн һеҙгә 5 декабрҙән 15-нә тиклем "Башҡортостан” гәзитенә үҙегеҙгә яҙыларға һәм тағы ла өс кешене яҙҙыртырға кәрәк. 

Гәзиткә яҙыл да ял йортона бар!
Гәзиткә яҙыл да ял йортона бар!

Тылсымлы батҡаҡ, саф һауа, төрлө ванналар, заманса физиотерапия, озонотерапия, фитотерапия булһынмы, бассейн һәм тоҙ шахтаһымы  – быларҙың барыһын да Әбйәлил районында урынлашҡан “Березки” ял йортонда алырға була!

Ә бының өсөн һеҙгә ни бары  5 декабрҙән 15-нә тиклем "Башҡортостан” гәзитенә үҙегеҙгә яҙыларға һәм тағы ла өс кешене яҙҙыртырға кәрәк. Квитанция күсермәһен редакция адресына (Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы,13, 509-сы бүлмә) йәки 8-917-420-20-28 һандарына ватсапҡа ебәрергә кәрәк. Шулай уҡ “Бәйләнештә”ге “Башҡортостан” төркөмөнә лә яҙылырға онотмағыҙ. Был шарт та “Березки” ял йортона юллама уйнатҡанда мотлаҡ иҫәпкә алына.

Ташламалы ун көнлөктә аҙнаһына ике тапҡыр сыҡҡан гәзиттең (П2729 индексы) хаҡы - 1470 һум 78 тин; йома һаны (П3030) - 867 һум 78 тин.

Йәнә бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: ял йортона юллама бары тик 5 декабрҙән 15-нә тиклем гәзиткә яҙылыусылар араһында ғына уйнатыла. Бүләкте уйнатыу Яңы йыл алдынан буласаҡ. Тимәк, Яңы йылға ҙур бүләк алырға теләһәгеҙ, иртәгә үк “Башҡортостан” гәзитенә яҙылып, тағы ла өс дуҫығыҙҙы йәки туғанығыҙҙы яҙҙырып, тиҙ генә квитанция күсермәләрен ебәрегеҙ. Көндәр һанаулы, ә путевка берәү генә!

“Башҡортостан” гәзите дуҫтарына был шәп бүләкте “Березки” ял йорто яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Иршат Малыбаев бүләк итә. Ә ял йорто тураһындағы мәҡәләне гәзиттең алдағы һандарында уҡырһығыҙ.

Әйҙәгеҙ, башланыҡ! Шәп бүләк кемгә йылмайыр?! 

Автор фотолары.

Гәзиткә яҙыл да ял йортона бар!
Гәзиткә яҙыл да ял йортона бар!
Гәзиткә яҙыл да ял йортона бар!
Гәзиткә яҙыл да ял йортона бар!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: