Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
9 Декабрь 2022, 10:00

Быйыл да “Башҡортостан” менән!

Этҡолдарҙың матур башланғысын кемдәр дауам итер?

Быйыл да “Башҡортостан” менән!
Быйыл да “Башҡортостан” менән!

  Ишембай районының Этҡол урта мәктәбе коллективы байтаҡ йылдар дауамында “Башҡортостан” гәзитенә тотош коллектив менән яҙылып килә. Быйыл да был йолаға улар тоғро. Педагогия коллективында 20 уҡытыусы хеҙмәт итһә, бөгөнгө көндә улар барыһы ла киләһе ярты йыллыҡҡа гәзитебеҙгә яҙылып ҡуйған, техник хеҙмәткәрҙәр ҙә ҡалышмай.

– Коллектив былтыр ҙа, унан алдағы йылда ла тулыһынса “Башҡортостан” ды алдырҙы. “Башҡортостан” һәм райондың “Торатау” гәзиттәренә һәр ваҡыт иң беренсе яҙылып ҡуябыҙ. Һәр кабинетта тиерлек “Башҡортостан”гәзите бар. Уҡытыусыларыбыҙ уны уҡып,  республика яңылыҡтары менән танышып бара. Матбуғатҡа яҙылыу буйынса үҙем дә коллективыма өлгө  күрһәтергә тырышам. “Башҡортостан”ға яҙылмай ҡалғанымды хәтерләмәйем дә. Теләгем – гәзиттә  ауылдарҙың,  ер-һыу атамаларының тарихы, шәхестәре тураһында мәҡәләләр күберәк булһын ине , ­­–тигән теләктәрен еткерҙе мәктәп директоры, Башҡортостандың мәғариф отличнигы Дамир Баһауетдинов.

Этҡол мәктәбе матбуғат баҫмаларына яҙылыуҙа ғына түгел, уҡыуҙағы, спорттағы ҡаҙаныштары менән дә ғорурлана ала. Әлеге көндә улар Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының муниципаль этабында әүҙем ҡатнаша. Экология буйынса өс уҡыусы икенсе урын яулап ҡайтҡан. Гагарин олимпиадаһында ла йәш этҡолдар йәнлелек күрһәтә.

Мәктәп директорынан уҡытыусылар коллективының йәштәр менән тулыланыуы хаҡында ла ишеттек. Быйылғы һәм үткән уҡыу йылында тарих һәм рус теленән ике йәш белгес эш башлаған. Көслө, тәжрибәле уҡытыусыларҙың эшен дауам итерлек йәштәр булыуы үҙе ыңғай күренеш.

Һәр йәһәттән матур өлгө күрһәтергә ынтылған  Этҡол уҡытыусыларының “Башҡортостан”ға яҙылыу буйынса изге башланғысын артабан ниндәй коллектив дауам итер? Улар ҙа гәзитебеҙ битендә донъя күрер. Коллективығыҙ менән яҙылып, квитанцияларығыҙҙың күсермәһен редакцияға ебәреп, бүләк отошта  ҡатнашырға ла онотмағыҙ.

Әйткәндәй,  әле бының өсөн бик уңайлы мөмкинлек – 5 декабрҙән  Рәсәй Почтаһы матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгөн иғлан итте. Был осорҙа ташламалы хаҡ менән файҙалана алаһығыҙ. Атай-әсәйҙәрегеҙгә, башҡа туғандарығыҙға гәзиткә яҙылып та уларға Яңы йылға бик матур бүләк эшләргә мөмкин. Әйбер бүләк итһәгеҙ, ул тиҙ генә онотолор, ә “Башҡортостан” гәзите ярты йыл дауамында уларҙың өйҙәренә килеп,  һеҙҙең иғтибарығыҙ тураһында иҫләтеп торор.  

Фото: мәктәп архивынан.

 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: