Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
9 Декабрь 2022, 18:16

Гәзитле лә, үтекле лә булды

шәхси архивтан.
Фото:шәхси архивтан.

Әле матбуғат баҫмаларына яҙылыуҙың иң ҡыҙған осоро. “Башҡортостан” гәзитенә яҙылыусыларҙы ла бүләктәребеҙ менән ҡыуандырыуҙы дауам итәбеҙ.

Мәсетле районының Әбдрәхим ауылынан Сәриә Таһирова ошо көндәрҙә үтек алып һөйөндө.

– Бүләк өсөн ҙур рәхмәт. Гәзиттең тиражы йылдан-йыл артһын, ижади эшегеҙҙә уңыштар теләйем, – тип ихлас теләктәрен еткерҙе бүләк хужаһы.

Ғүмеренең ҙур өлөшөн мәҙәниәткә арнаған Сәриә Таһированың гәзит менән дуҫлығы ғәжәп түгел. Дөйөм стажы – 40 йылға яҡын, 29 йылында Әбдрәхим ауылында клуб мөдире булып хеҙмәт иткән. Әле хаҡлы ялда булһа ла, һаман да ауылдаштары өсөн мәҙәни саралар ойоштора. Буш ваҡыты булғанда шиғырҙар ҙа ижад итә. Улар район гәзите биттәрендә  донъя күрә. “Илһам шишмәләре” конкурсында ла ҡатнашып, күңеленә рухи көс  ала.

1984 йылда Әбдрәхим ауылына килен булып төшкән Сәриә Саҙретдин ҡыҙы ғаиләһе тураһында ла бик ихлас һөйләне. Тормош иптәше Бикбулат Сәлим улы менән Айгөл һәм Илгиз исемле балалар үҫтергәндәр. Хәҙер улар өләсәй, олатай булыу бәхетен дә кисергән. Хеҙмәтенән һәм ғаиләһенән кинәнес табып, артабан да имен ғүмер итергә яҙһын гәзит уҡыусыбыҙға.

Читайте нас: