Ауырлыҡ килгәндә кешеләр һынала. Әлеге осорҙа замандаштарыбыҙҙың бергә тупланыуы, бер-береһенә иғтибарлыраҡ, изгелеклерәк була барыуы һөйөндөрә.
Мәҫәлән, Миәкә районының Боғҙан ауылында эшләп килгән “Димкәй” башҡорт халыҡ фольклор ансамбле ағзалары йыйылышып, улы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан әсәйгә - Анфиса Латиповаға “Башҡортостан” гәзитенә киләһе ярты йыллыҡҡа подписка бүләк иткән.
Әйткәндәй, Анфиса апай үҙе лә ауылдың йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәй. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы улы иһә батырлығы өсөн “Ҡаһарманлыҡ ордены” менән наградланған. Ата-әсәһенә генә түгел, яҡташтары өсөн дә ҙур ғорурлыҡ был.
Бәләкәй генә бүләктән, иғтибарҙан да кешенең күңеле була. Ауылдаштарҙың герой ул үҫтергән әсәйҙе шулай хөрмәтләүе маҡтауға лайыҡ.
Фото “Димкәй” ансамбле архивынан.