Гәзиткә яҙылыу
14 Декабрь 2022, 09:30

“Башҡортостан”ға яҙылыу буйынса флешмоб дауам итә

Ашығығыҙ, дуҫтар! Арзан хаҡҡа яҙылыу иртәгә – 15 декабрҙә тамамлана. 

“Башҡортостан”ға яҙылыу буйынса флешмоб дауам итә“Башҡортостан”ға яҙылыу буйынса флешмоб дауам итә
“Башҡортостан”ға яҙылыу буйынса флешмоб дауам итә

Башҡорт теле көнө уңайынан һәм 2023 йылдың тәүге яртыһына гәзит-журналдарға ташламалы хаҡҡа яҙылыу буйынса ун көнлөккә ярашлы, “Башҡортостан” гәзитенә яҙылыуға арналған флешмоб иғлан иткәйнек.

Акциябыҙҙы Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры коллективы ла күтәреп алды.

“Башҡорт теле көнө уңайынан “Башҡортостан” гәзитенә яҙылыу буйынса иғлан ителгән флешмобҡа Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры коллективы ла ҡушыла. Флешмобты артабан Башҡорт дәүләт академия драма театры коллективына тапшырабыҙ. “Башҡортостан” гәзитенә яҙылайыҡ! Уҡыйыҡ! Таратайыҡ!” – тип тотош коллективтың сәләмен еткерҙе ҡурсаҡ театры актрисаһы Гүзәл Мөхәмәтйәнова.

Афарин, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры коллективы! Башҡа коллективтар ҙа, ошоғаса гәзитебеҙгә тоғролоҡ һаҡлаған уҡыусыларыбыҙ ҙа флешмобҡа ҡушылыр, тип ышанабыҙ. Ашығығыҙ, дуҫтар! Арзан хаҡҡа яҙылыу иртәгә – 15 декабрҙә тамамлана.

Фото: "Башҡортостан" гәзите архивынан. 

Видео:  Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрынан. 

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас