Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
14 Декабрь 2022, 13:10

“Башҡортостан” дуҫтары менән көслө

“Беҙ үҙ эшмәкәрлегебеҙҙә милли матбуғатҡа таянабыҙ, гәзит-журналдар – тәрбиә эшен ойоштороуҙа иң ҙур ярҙамсыларыбыҙ", - ти тәрбиәселәр. 

“Башҡортостан” дуҫтары менән көслө
“Башҡортостан” дуҫтары менән көслө

Р. Ғарипов исемендәге 1-се Республика башҡорт гимназия-интернатында “Башҡортостан” гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре менән осрашыу үтте. Матбуғатҡа яҙылыу һәм реклама бүлеге мөдире Гөлсирә Сәхиева 2023 йылдың тәүге яртыһына гәзиткә яҙылыу шарттары, “Аҙна һайын бүләк” акцияһы, башҡа төрлө дәртләндереү саралары тураһында һөйләне.

“Беҙ үҙ эшмәкәрлегебеҙҙә милли матбуғатҡа таянабыҙ, гәзит-журналдар – тәрбиә эшен ойоштороуҙа иң ҙур ярҙамсыларыбыҙ. Йәш быуынға матбуғаттың роле, милли гәзит-журналдарыбыҙҙы һаҡлау зарурлығы тураһында даими һөйләйбеҙ. “Башҡортостан” гәзите менән дә беҙҙең белем усағын күптәнге дуҫлыҡ ептәре бәйләй”, - тине өлкән тәрбиәсе Дилара Ғәбитова.

Халҡыбыҙҙың аң-белем, мәғрифәт үҙәктәренең береһе булған данлыҡлы гимназия-интернат коллективы алдағы йылдарҙа ла тоғро уҡыусыларыбыҙ булып ҡалыр, тип ышанабыҙ.

“Башҡортостан” дуҫтары менән көслө
“Башҡортостан” дуҫтары менән көслө
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: