Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
22 Декабрь 2022, 13:00

“Башҡортостан”һыҙ тормош тулы түгел!

Ошондай фекерҙә Ишембай районынан Рүзәлиә Ниғмәтуллина.

“Башҡортостан”һыҙ тормош тулы түгел!
“Башҡортостан”һыҙ тормош тулы түгел!

Яңы йыл мәшәҡәттәре менән “Башҡортостан” гәзитенә яҙылырға онотоп ҡуймағыҙ, дуҫтар! Гәзитебеҙ дуҫтарының ишәйеүенә беҙ ҙә шатланабыҙ. Ошо көндөрҙә генә Ишембай районының Ишәй ауылынан Рүзәлиә Ниғмәтуллинанан киләһе йылда “Башҡортостан”лы буласағы тураһында һөйөнөслө хәбәр алдыҡ. 

- "Башҡортостан" гәзитенә бер нисә йыл яҙылмай торғайным,өйҙә нимәлер етмәгән кеүек. Ниһайәт, алдағы йылдың алты айына ташламалы ваҡытта барып яҙылып өлгөрҙөм, икенсе яртыһына ла яҙылырмын тип күңелгә һалып ҡуйҙым.

"Башҡортостан" гәзите республикабыҙҙа иң уҡымлы, иң абруйлы баҫмаларҙан һанала. Башҡа баҫмаға яҙылмағанда ла күптәр  "Башҡортостан"ға мотлаҡ яҙылып ҡуя, быға минең күршеләрем дә миҫал. Гәзиттә республикала барған бөтә хәлдәр, яңылыҡтар бирелә, шулай уҡ әҙәбиәт, сәнғәт тә иғтибарҙан ситтә ҡалмай, шиғыр,хикәйәләр, аш-һыу рецептары, хужабикәләргә кәңәштәр - ниндәй мәғлүмәт ҡыҙыҡһындыра, барыһын да табып була.

“Башҡортостан” коллективына эштәрендә уңыштар, сәләмәтлек, һәр ваҡыт ихлас, асыҡ йөҙлө булып ҡалыуҙарын, алдағы йылдарҙа дуҫтары - гәзитте алдырыусылар һанының артыуын теләйем! – тине Рүзәлиә апай.

Рүзәлиә Ниғмәтуллинаның шиғырҙар яҙыуы, көйҙәр ижад итеүе тураһында ла беләбеҙ. Киләһе йылда уның тураһында мәҡәлә яҙыу ниәте лә бар. Ә әлегә төркөмөбөҙҙәге дуҫтарға уның шиғри күстәнәсен тәҡдим итәбеҙ.

МИН БӘХЕТЛЕ

Мин бәхетле ерҙә һин булғанға,
Иңдәремдә һөйөү ҡанатым.
Нисек барһың, бар булмышың өсөн
Ғүмерлеккә һине яраттым.

Мөхәббәттә миңә йәшәү рәхәт,
Күңел ҡанатлана илһамдан.
Хистәр иңләй йыһан киңлектәрен,
Ҡауышалыр улар йыһанда.

Елдәр алып килһә йылы хәбәр,
Күҙ нурлана, күңел ҡыуана.
Шунан артыҡ бәхет көтмәйем мин,
Йөрәк йырлай, күңел йыуана...

Фото: авторҙың архивынан.

“Башҡортостан”һыҙ тормош тулы түгел!
“Башҡортостан”һыҙ тормош тулы түгел!
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: