Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
29 Декабрь 2022, 19:00

Алтмыш йылға яҡын “Башҡортостан”ды алдыра

"Аҙна һайын - бүләк!" акцияһын тамамлап, Өфө ҡалаһынан абруйлы ил ағаһы, профессор, академик Мазһар Насип улы Иҫәнбаевты ҡотланыҡ.

Алтмыш йылға яҡын “Башҡортостан”ды алдыра
Алтмыш йылға яҡын “Башҡортостан”ды алдыра

Тоғро гәзит уҡыусыларыбыҙҙы дәртләндереү маҡсатында матбуғатҡа яҙылыу барышында төрлө саралар ойошторабыҙ. Шуларҙың береһе булған “Аҙна һайын – бүләк!” акцияһында уҡыусыларыбыҙ йыл һайын әүҙем ҡатнаша.

2023 йылға матбуғатҡа яҙылыусылар араһында ойошторолған акцияны тамамлап, Өфө ҡалаһынан абруйлы ил ағаһы, профессор, академик Мазһар Насип улы Иҫәнбаевҡа бүләгебеҙҙе тапшырып ҡайттыҡ.

Мазһар Насип улы “Башҡортостан” гәзитен 60 йылға яҡын алдырып уҡый. Башҡа милли баҫмаларға ла йыл һайын ҙур теләк менән яҙыла. Гәзит уҡыусылар уны төбәк иҡтисады тураһында ҡыҙыҡлы мәҡәләләр авторы булараҡ та яҡшы белә. Тормош юлдашы Фәүзилә ханым менән Мазһар ағай башҡорт халҡының тарихы, әҙәбиәте, мәҙәниәте, шиғриәте тураһында яҡшы хәбәрҙар, донъя яңылыҡтары менән дә танышып баралар, шуға күрә улар менән аралашыу ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс.

Гәзитебеҙгә тоғролоҡ һаҡлауығыҙ, күптәнге дуҫлыҡ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә, Мазһар Насип улы! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ! 

Автор фотоһы.

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас