Яңы йыл алдынан һәр кем изгелектәр эшләп ҡалырға, яҡындарына бүләктәр бирергә тырыша. Әлбиттә, бүләктәрҙең төрлөһө була. Мәҫәлән, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес Исмәғилев иһә гәзит һәм журналдарға подписка бүләк итә. Ул Яңы йыл алдынан “Башҡоростан” гәзите мөхәрририәтенә килеп, республиканың төп баҫмаһын Әбйәлил районының Салауат ауылында урынлашҡан хосписҡа яҙыртты.
– Хосписта дауаланыусылар “Башҡортостан” гәзит уҡыһындар. Дауалау учреждениеһының үҙенең яҙылыу мөмкинлеге юҡ, шуға ла йыл да яҙҙырып торам. Гәзит шәп бүләк ул! – тине Рәйес Абдрахман улы.
Автор фотоһы.