13 ғинуар – Рәсәй матбуғаты көнө. Был күркәм дата журналистарҙың ғына түгел, шулай уҡ полиграфия өлкәһендә эшләүселәрҙең, гәзит-журнал таратыусыларҙың дә байрамы.
Был байрамдың бай тарихы бар. 1703 йылдың тап ошо көнөндә Петр I указы менән Рәсәйҙең “Ведомости” гәзитенең тәүге һаны донъя күрә. Гәзит Мәскәүҙә лә, Санкт-Петербургта ла нәшер ителә һәм даими атамаһыҙ, төрлөсә йөрөтөлә – “Ведомости”, “Российские ведомости”, “Ведомости Московские”.
1870 йылдың 1 ғинуарынан “юғарынан төшкән бойороҡ” буйынса, “тәжрибә рәүешендә почта учреждениеларында рус һәм сит телдәрҙәге ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу ойошторорға” рөхсәт ителә. Был Рәсәйҙә матбуғатҡа яҙылыу буйынса беренсе ҡарар була. Ә инде 1914 йылға илдә өс меңдән ашыу ваҡытлы матбуғат баҫмаһы нәшер ителә.
1917 йылдан һуң Рәсәй матбуғаты көнө “Правда” гәзитенең беренсе һаны сығыу уңайынан 5 майға күсерелә һәм Совет матбуғаты көнө тип йөрөтөлә башлай.
Тик 1990 йылда ғына Рәсәй Федерацияһы Юғары Суды Президиумының 28 декабрендәге ҡарары менән Матбуғат көнө элекке датаһына – 13 ғинуарға кире ҡайтарыла.
Бөгөн барлыҡ хеҙмәттәштәребеҙҙе һөнәри байрам менән ихлас ҡотлайбыҙ. Ижади ҡомар, һәйбәт яңылыҡтар, ҡыҙыҡлы геройҙар теләйбеҙ!
Фотола: "Башҡортостан"дар!