Рәсәй Почтаһы Рәсәй Матбуғаты көнөндә Башҡортостанда 2023 йылдың беренсе яртыһына подписка йомғаҡтары менән таныштырҙы.
Баҡтиһәң, республикабыҙҙа гәзит-журналдарға иң әүҙем яҙылыусылар Борай, Балтас һәм Баҡалы райондарында йәшәй. Был яҡтарҙа бер мең кешегә алып иҫәпләгәндә, 362 (Борай районы), 327 (Балтас) һәм 303 (Баҡалы) дана баҫма тура килә. Шул уҡ ваҡытта гәзит-журналдарҙың дөйөм подписка тиражы 346 меңдән ашыу тәшкил итә. Шуларҙың яртыһынан күбеһе – федераль гәзит-журналдар, ҡала һәм район өлөшөнә 27 процент тура килә, ә 18 проценты – республика баҫмалары.
– Бөгөн гәзит-журналдарға яҙылыу ныҡ анһат, – тип һөйләй Башҡортостан буйынса федераль почта элемтәһенең идаралығы директоры Ленард Шафиҡов. – Яратҡан баҫмаңа теләгән почта бүлексәһендә яҙылырға мөмкин, шулай уҡ өйҙә йәки офиста ла була, почтальон үҙе килеп тә эште ойоштора. Шулай уҡ подписканы Рәсәй Почтаһының сайтында һәм компанияның мобиль ҡушымтаһы ярҙамында эшләй алаһығыҙ. Баҫма йәки электрон каталог аша (исеме, индексы һәм йүнәлеш буйынса) үҙеңә оҡшаған баҫманы тиҙ табып була.
Шуныһы, һәр кем Рәсәй Почтаһының “Дерево добра” хәйриә программаһында ҡатнаша ала.
Фото: https://rus.bashgazet.ru/