Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
19 Ғинуар 2023, 14:00

"Башҡортостан" гәзите бүләктәре уйнатылды. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Быйылға баҫмабыҙға яҙылған дуҫтарыбыҙға ял итеүгә, туристик турҙарға юлламалар әҙерләнгәйне.

"Башҡортостан" гәзите бүләктәре уйнатылды. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
"Башҡортостан" гәзите бүләктәре уйнатылды. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

2023 йылдың беренсе ярты йыллығына “Башҡортостан” гәзитенә яҙылыусыларҙың барыһына ла оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Быйыл квитанциялар менән 200-ләп хат алдыҡ.

Ошоға тиклем “Аҙна һайын – бүләк!” акцияһы үтте. Йомғаҡлау отошонда бүләктәр отҡан түбәндәге гәзит уҡыусыларыбыҙҙы ҡотлайбыҙ:

  1. Бөрйән районының “Сәйәхәт” этнойортона ике көнгә ике кешелек тур – Көйөргәҙе районының Яҡшембәт ауылынан Фәнүзә Хәлитова.
  2. Баймаҡ районының “Иҫәнтур” турбазаһына ике кешелек ике көнлөк ял – Өфө ҡалаһынан Наилә Үзбәкова.
  3. “Шүлгәнташ” музей комплексына тур – Баймаҡ районының Йомаш ауылынан Миңлебикә Янбаева.
  4. Ит турағыс – Сибай ҡалаһынан Фуат Сөләймәнов.
  5. Дрель – Ишембай районының Үрге Этҡол ауылынан Г. Хәсәнова.
  6. Саң һурҙырғыс – Мәләүез ҡалаһынан Рәзилә Ҡотлоғужина.
  7. Үлсәгес – Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылынан Ә. Байдәүләтова.
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: