“Башҡортостан” гәзитенә яҙылыусылар һаны буйынса Ишембай районы һәр ваҡыт алдынғы урындарҙа килә. Шуға күрә редакциябыҙ гәзиткә яҙылыусылар араһында ойошторған конкурста ошо район кешеләренең еңеп сығыуы ғәжәпләндермәй.
Бөгөн һеҙҙе ошондай еңеүселәрҙең береһе – Ишембай районы Үрге Этҡол ауылынан Раушания Халиҡова менән таныштырмаҡсыбыҙ. Ул бәйгелә дрель отто. Раушания Рауил ҡыҙы ошо ауылда тыуып үҫкән һәм кейәүгә сығып йәшәп ята. Тормош иптәше Илшат Халиҡов менән өс малай тәрбиәләйҙәр. Үҙе егерме йылдан ашыу ауыл балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып эшләй.
– Үҙемде даланһыҙ кеше икән тип уйлаһам, һеҙҙең гәзиттәге бәйгелә еңеп сығыуымды белгәс, ҡыуандым. Бүләге лә ниндәй бит әле! Малайҙар ҙурайҙы, йорт тирәләй эште башҡаралар, уларға дрель бик урынлы бүләк буласаҡ. Яратҡан гәзитемә рәхмәт, – тине ул.
Еңеүсебеҙ әйтеүенсә, ул “Башҡортостан” гәзитенә тиҫтәләрсә йылдар дауамында яҙыла һәм алыу менән ҡыҙыҡһынып уҡып сыға.
– Хикәйәләр, булған хәлдәр тураһында уҡыуы ҡыҙыҡ. Файҙалы кәңәштәрҙе яратам, айырыуса улар ауылда йәшәгән кеше өсөн көнүҙәк булһа. Артистар тормошо тураһында мәҡәләләр ҙә оҡшай. “Башҡортостан” гәзитенә уңыштар теләйем! – тине ул.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, хөрмәтле яҙылыусылар!
Автор фотоһы.