Сибай ҡалаһында йәшәүсе гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы Фуат Сөләймәнов квитанциялар отошонда ит турағыс отҡайны. Бүләк имен-аман хужаһына барып етте.
Фуат Мырҙағәле улы өсөн үткән йыл бик уңышлы булыуы менән һөйөндөргән. “Күптән түгел "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре" тигән почетлы исем алдым. Сибай үҙәк китапханаһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә әҙерләнгән “Библиотирмә” проекты буйынса Рәсәй Федерацияһы Президенты грантына лайыҡ булдыҡ”, – тип яҙған ул хатында.
Әйткәндәй, Фуат Сөләймәнов – Өфө фән һәм технологиялар университеты Сибай институты (филиалы) иҡтисад һәм хоҡуҡ факультетының дәүләт, хоҡуҡ теорияһы һәм тарихы кафедраһы доценты, тарих фәндәре кандидаты. Баймаҡ районы ауылдары тарихын өйрәнә, күп һанлы китаптар авторы.
Рәхмәт һеҙгә, дуҫлығыбыҙ оҙаҡ йылдар дауам итһен!
Гөлсимә СӘЛИХОВА.