Гәзиткә яҙылыу
9 Июнь 2023, 16:00

Тоғро дуҫтарыбыҙҙы байрамға көтәбеҙ!

14 июнь – Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы уңайынан бар гәзит-журналдарҙы берләштергән “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто матур сара – Матбуғатҡа яҙылыу көнө үткәрә. Был көндө яҙылыусы һәр кем ҡиммәтле приз отоу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Билдәле артистар һәм эстрада йондоҙҙарының сығышы ла көтөлә.

Тоғро дуҫтарыбыҙҙы байрамға көтәбеҙ!Тоғро дуҫтарыбыҙҙы байрамға көтәбеҙ!
Тоғро дуҫтарыбыҙҙы байрамға көтәбеҙ!

Өфөлә Матбуғат йорто алдындағы майҙансыҡта Башҡортостандың мәҙәниәт һәм сәнғәт оҫталарының ҙур концерты үтәсәк.

Билдәле артистар һәм эстрада йондоҙҙары: Башҡортостан дәүләт филармонияһы солисы Искәндәр Ғәзизов, Башҡортостандың халыҡ артисы Венер Камалов, «Ауаз» вокаль ансамбле, саксофонсы Евгений Хәлилов, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Илнур Лоҡманов һәм башҡаларҙың килеүе көтөлә.

Китаптар һәм халыҡ кәсептәре күргәҙмәләре үтәсәк. Ҡул оҫталарының эшен һатып алырға була.

Сарала республика гәзит-журналдарына арзан хаҡҡа яҙылырға була, уларҙың күбеһенә республика халҡы 100 йылдан ашыу яҙыла! «Республика Башкортостан», «Башҡортостан», «Ҡыҙыл таң», «Йәшлек», «Өмөт», «Урал сасси», «Чолман», «Йәншишмә», «Ватандаш», «Бельские просторы», «Ағиҙел», «Рампа», «Аманат», «Аҡбуҙат», «Шоңҡар», «Толпар», «Әллүки», «Һәнәк», «Башҡортостан ҡыҙы», «Тамаша» һәм башҡа баҫмалар — беҙҙең күп милләтле республикала тормоштоң төрлөлөгөн сағылдыра! Был көндө яҙылыусы һәр кем ҡиммәтле приз отоу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.

Матбуғатҡа яҙылыу көнө 10.30 сәғәттә Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башлана. Артабан Башҡортостан һәм Рәсәй Журналистар союздарына яңы ағзалар ҡабул ителәсәк. Байрам концерты 11.00 сәғәттә башлана.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Тоғро дуҫтарыбыҙҙы байрамға көтәбеҙ!
Тоғро дуҫтарыбыҙҙы байрамға көтәбеҙ!
Тоғро дуҫтарыбыҙҙы байрамға көтәбеҙ!
Тоғро дуҫтарыбыҙҙы байрамға көтәбеҙ!
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас