Гәзиткә яҙылыу
10 Июнь 2023, 13:30

Министр урынбаҫары "Башҡортостан" гәзитен яугир ғаиләһенә бүләк итте

Был акцияға һеҙ ҙә ҡушыла алаһығыҙ

Министр урынбаҫары "Башҡортостан" гәзитен яугир ғаиләһенә бүләк иттеМинистр урынбаҫары "Башҡортостан" гәзитен яугир ғаиләһенә бүләк итте
Министр урынбаҫары "Башҡортостан" гәзитен яугир ғаиләһенә бүләк итте

Мәғлүм булыуынса, Өфөлә уҙған “Китап байрамы”нда Рәсәй Президенты ярҙаамсыһы Владмир Мединский менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “#Изге подписка” (#Добраяподписка) акцияһын башлап, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр ғаиләләренә 2023 йылдың икенсе яртыһына гәзит бүләк иттеләр.

Был сара әле дауам итә. Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Закир ҡыҙы Ғәлиева был эстафетаны Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизовтан ҡабул итеп, Асҡын районының Ҡашҡа ауылында йәшәгән махсус хәрби операция яугиренең ғаиләһенә “Башҡортостан” гәзитен бүләк итте.

– Һәр ваҡыт гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһында ҡатнашып киләм, йыл да атай-әсәйемә “Башҡортостан” гәзитен бүләк итәм. “#Изге подписка” акцияһы эстафетаһын Марат Әсҡәт улы тапшырғас, шатланып ҡабул иттем һәм батыр яугирҙәребеҙҙең ата-әсәләренә гәзит бүләк итергә булдым.

“Башҡортостан” гәзите беҙҙең төп, үҙәк рәсми баҫма. Милли мәғариф өлкәһе өсөн яуап биргәс, был гәзитте уҡып барам. Беҙҙең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн дә был баҫма мөһим булып ҡала. Акцияның эстафетаһын Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты директоры Илнур Сәлиховҡа, дәүләт хеҙмәткәре Гөлнара Ғәлимоваға һәм Асҡын районының хакимиәт башлығы Динис Йосоповҡа тапшырам,  – тине Әлфиә Закир ҡыҙы.

“#Изге подписка” акцияһында теләгән һәр кем ҡатнашып, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙең ғаиләһенә яратҡан баҫмаларын бүләк итә ала. Бының өсөн:

- һайланған квитанция менән почта хеҙмәткәре янына барып, "Яҡшы яҙылыу" ҙы рәсмиләштерегеҙ;

- изгелек эстафетаһын социаль селтәрҙәр аша ике дуҫығыҙға тапшырығыҙ, акциянан фотоны социаль селтәрҙәрҙә урынлаштырығыҙ;

#ДобраяПодписка хештегын күрһәтергә онотмағыҙ.

Шулай уҡ социаль селтәрҙә эстафетаны урынлаштырыу һәм тапшырыу һорала.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

 

Министр урынбаҫары "Башҡортостан" гәзитен яугир ғаиләһенә бүләк итте
Министр урынбаҫары "Башҡортостан" гәзитен яугир ғаиләһенә бүләк итте
Министр урынбаҫары "Башҡортостан" гәзитен яугир ғаиләһенә бүләк итте
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас