Гәзиткә яҙылыу
14 Июнь 2023, 16:00

"Башҡортостан"ға бар ғүмерҙәре бәйләнгән

Тоғро дуҫтарыбыҙ баҫмабыҙға дәррәү яҙылды. 

"Башҡортостан"ға бар ғүмерҙәре бәйләнгән"Башҡортостан"ға бар ғүмерҙәре бәйләнгән
"Башҡортостан"ға бар ғүмерҙәре бәйләнгән

Бөгөн Өфөлә “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто матур сара – Матбуғатҡа яҙылыу көнө үткәрҙе. Ул 14 июндә билдәләнгән Башҡортостандың матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамына арналды.

Беҙҙең “Башҡортостан” гәзитенә яҙылыусы тоғро дуҫтарыбыҙ ҙа бихисап ине. Уларҙың береһе – билдәле ғалим, техник фәндәр докторы Эрнст Юлбарисов.

– Мин “Башҡортостан” менән ғүмерем буйына бергә тиһәм, бер ҙә хата булмаҫ. Әле 1958 йылда Мәскәү дәүләт университетында уҡып йөрөгән сағымда “Совет Башҡортостаны” гәзите мөхәрриренә хат яҙғанымды иҫләйем. Гәзиттең башы яҙылыуы бик матур түгел ине, минең хаттан һуң төҙәттеләр. Шулай булғас, гәзит менән күп нәмә бәйләнгән. Үҙем дә “Башҡортостан”ға яҙышып торам, ғилми мәҡәләләрем донъя күрә. Гәзитте алыу менән тулыһынса уҡып сығам, барыһы ла оҡшай. Ғилми яҙмалар күберәк булһын ине тип теләйем. Әлбиттә, ҡатмарлы фәнни әйберҙәрҙе башҡортса яҙыуы еңел түгел, тик һеҙҙең был килеп сыға. Иҫән булһам, алдағы йылдарҙа ла, яратҡан баҫмамдан айырылмаҫҡа ине, – тине ул.

Тағы бер яҙылыусыбыҙ “Китап” нәшриәтендә эшләй икән. Эльвира Ниғмәтуллина Әлшәй районында йәшәгән әсәһе Мәрфуға Шәйхетдиноваға яҙҙырған.

– Үҙемде белә-белгәндән бирле беҙҙең өйҙә “Башҡортостан” гәзите булды. Атай-әсәйем һәр саҡ матбуғат менән дуҫ ине һәм быны беҙгә лә һеңдереп үҫтерҙе. Әсәйем Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы эшмәкәре, 27-се съезд делегаты булған кеше, ферма мөдире булып эшләне. Әле хаҡлы ялда, 72 йәштә булһа ла, үҙе гәзит-журналдарҙы көтөп алып уҡый. Шуға уны ҡыуандырайым тип йыл һайын “Баашҡортостан”ға яҙылып торам. Оҙаҡ йылдар тағы алдырырға булһын! – тине ул.  

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары. 

"Башҡортостан"ға бар ғүмерҙәре бәйләнгән
"Башҡортостан"ға бар ғүмерҙәре бәйләнгән
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас