

Урманлы тауҙарға һыйынып ултырған Ҡариҙел районы - республиканың иң матур төбәктәренең береһе. Сираттағы командировка барышында беҙ уңың Яңы Бәрҙәш ауыл хакимиәте биләмәһендә булып, уңған кешеләренә һоҡланып ҡайттыҡ.
Сара барышында мәктәп коллективы һәм "Азатлыҡ" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәкселеге менән дә осрашырға насип булды. Әйткәндәй, улар ихлас "Башҡортостан" гәзитенә яҙылды.
Төпкөл ауылдарҙа ла халҡыбыҙҙың дәртләнеп йәшәүе тураһында махсус сығарылыш гәзитебеҙҙең алдағы һандарында донъя күрәсәк.
Автор фотолары.