Гәзиткә яҙылыу
12 Октябрь 2023, 14:00

Арзан хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!

“Башҡортостан” гәзите ошо йәһәттән үҙенең уҡыусылары араһында төрлө дәртләндереү саралары күрә. “Яҙыл да бүләк от!”, “Аҙна һайын – бүләк!” акцияларында ҡатнашыу өсөн баҫмабыҙға яҙылыу тураһында квитанцияғыҙҙың күсермәһен ебәрһәгеҙ, редакция тарафынан әҙерләнгән тос бүләктәрҙе – көнкүреш электр тауарҙарын отоу мөмкинлеге бар.

Арзан хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!Арзан хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!
Арзан хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!

Республикала 2024 йылдың беренсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы ҡыҙа.  Арзан хаҡҡа яҙылыу оҙайтылып, ул 16 октябргә тиклем дауам итәсәк.  Яратҡан гәзит-журналдарын ғинуарҙан июнгә тиклем өйөнә алдырған кешеләр ҡиммәтле бүләктәр отошонда ла ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә.

“Башҡортостан” гәзите ошо йәһәттән үҙенең уҡыусылары араһында төрлө дәртләндереү саралары күрә. “Яҙыл да бүләк от!”, “Аҙна һайын – бүләк!” акцияларында ҡатнашыу өсөн баҫмабыҙға яҙылыу тураһында квитанцияғыҙҙың күсермәһен ебәрһәгеҙ, редакция тарафынан әҙерләнгән тос бүләктәрҙе – көнкүреш электр тауарҙарын отоу мөмкинлеге бар.

Һеҙҙән квитанциялар көтәбеҙ, дуҫтар!

“Башҡортостан” гәзитенә интернет аша түбәндәге һылтанмалар аша еңел яҙылырға була:

www.podpiska.pochta.ru/press/П2729,

podpiska.pochta.ru/press/П3030

(йома һаны).

Шулай уҡ баҫмаға редакцияла яҙылыу мөмкинлеге бар. Тик был осраҡта гәзитте килеп алырға тура киләсәк.

Гәзитебеҙҙең электрон төрөнә rbsmi.ru сайтына инеп яҙыла алаһығыҙ. Ярты йылға яҙылыу хаҡы – 1092 һум.

Өфө ҡалаһында йәшәгәндәр “Өфө-матбуғат” киосктарында йә иһә матбуғат йорто киоскыһында арзаныраҡ хаҡҡа яҙыла ала.

Квитанцияларҙы 31 декабргә тиклем 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 509-сы бүлмә адресы буйынса йәки bashgazet@mail.ru электрон почтаһына, йәки ватсапҡа (89174202028) ебәрергә кәрәк.

Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!

Автор:Гульсира Сахиева
Читайте нас