

“Башҡортостан” гәзите Республика көнөндә, 11 октябрҙә, “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төрөкөмөндә үткәрелгән “Иң шәп ауыл биләмәһе” конкурсында еңеүсе булған Белорет районының Инйәр ауылы билмәһе халҡына шәп байрам концерты бүләк итте. Унда республиканың билдәле артистары сығыш яһаны, шулай уҡ гәзиткә яҙылыу ҙа ойошторолдо.
Сара халыҡҡа бик оҡшаны, тип уртаҡлашты Инйәр ауыл Советы депутаты, Инйәр ауылының 2-се мәктәбе директоры Рәфил Иҙрисов.
– Инйәр район мәҙәниәт йортонда ҙур сара үтте. Был сараның сәбәбе – быйыл беҙҙең Инйәр ауыл биләмәһе интернет селтәрҙәрҙә тауыш биреүҙә еңеп, беренсе урынға сыҡты. Шул сәбәптән беҙгә ҡунаҡҡа Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы яҡташыбыҙ Рәмил Ғәйзуллин, шулай уҡ яҡташыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ранис Алтынбаев, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Венера Юлгилдина, Межгорье ҡалаһынан мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй конкурстары лауреаты Зарифа Янбаева беҙҙә ҡунаҡта булдылар. Улар үҙҙәренең концерт программаһы менән беҙҙе һөйөндөрҙө.
Әлбиттә, “Башҡортостан” гәзитенә ошондай ҙур сара уҙғарыуына ҙур рәхмәтлебеҙ. Инйәр ауылы халҡы исеменән, үҙемдең коллегалар исеменән ҙур рәхмәт белдерәм. Барыһына ла иҫәнлек-һаулыҡ, артабан да теләктәшлектә матур итеп эш алып барырбыҙ, тигән өмөттә ҡалам, – тине Рәфил Нуриәхмәт улы.
Рәфил Иҙрисов һәм уның хеҙмәттәше – Асы ауылы мәктәбе директоры Илнур Илгиз улы Мөхәмәҙиев башҡаларға өлгө күрһәтеп, 2024 йылға “Башҡортостан” гәзитенә яҙылды. Республикабыҙҙың башҡа мәктәп директорҙары ла уларға ҡушылыр, тигән ышаныс белдерәбеҙ.
Әйткәндәй, 2024 йылға матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы бара, һеҙ ҙә "Башҡортостан" гәзитенә һәм республикабыҙҙың милли баҫмаларына яҙылып, тыуған телебеҙҙе һаҡлауға үҙ өлөшөгөҙҙө индерә алаһығыҙ.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!
Автор фотоһы.
Автор видеояҙмаһы.