Гәзиткә яҙылыу
17 Октябрь 2023, 09:50

"Башҡортостан" гәзите хеҙмәткәрҙәре - Әбйәлилдә

Әбйәлил районының Ҡаҙмаш урта мәктәбендә йылы осрашыу булды. 

"Башҡортостан" гәзите хеҙмәткәрҙәре - Әбйәлилдә"Башҡортостан" гәзите хеҙмәткәрҙәре - Әбйәлилдә
"Башҡортостан" гәзите хеҙмәткәрҙәре - Әбйәлилдә
“Ҡайҙа барһаң, дуҫ-иш кәрәк, атың сығып бәйләргә” тип халыҡ йырында йырланғанса, алтын көҙҙәр етеп, ашлыҡтар бураларға һалынған мәлдә беҙ ҙә, гәзит хеҙмәткәрҙәре, халыҡ араһына сығып, киләһе йыл уңышын барларға, уҡыусыларыбыҙҙы һанарға, дуҫтарыбыҙ менән осрашырға, яңыларын табырға тырышабыҙ.
Бөгөн "Башҡортостан" гәзите хеҙмәткәрҙе Урал аръяғы райондарына командировкаға сыҡты. Әле Әбйәлил районының Ҡаҙмаш урта мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары менән бик йылы осрашыуҙар бара.
 Зариф Атауллин етәкселек иткән Ҡаҙмаш урта мәктәбе районда иң алдынғы белем усаҡтарының береһе һанала. Бында көслө педагогик коллектив тупланған. Уҡыусылар белем алыуға ынтылып тора, төрлө олимпиадаларҙа призлы урындар яулай, спорт ярыштарында ҡатнаша. Йыр-бейеүгә маһир, милли матбуғатты иң күп алдырып уҡыусылар ҙа улар. Бигерәк тә спортҡа иғтибар ҙур, мәктәптә район, төбәк, республика һәм Рәсәй чемпиондары тәрбиәләнә. Йыл һайын СССР-ҙың саңғы буйынса спорт мастеры Әсҡәт Ҡаһармановтың призына – саңғы, Эске эштәр министр­лығының почетлы ветераны, отставкалағы майор Хөс­нөтдин Ғәниев исеменә – атыу, шәхси эшҡыуар Мәҙинә Ибра­һимова призына өҫтәл теннисы буйынса ярыштар үткәрелә. “Уҡыусыларҙың башланғыстарын бюджетлау” республика проектына чемпиондар мәктәбе  белем усағының спорт базаһын яҡшырытыуҙы маҡсат иткән саңғылар һәм ГТО-ның ҡышҡы төрҙәренә әҙерләнеү өсөн тренажер алыу проектын тәҡдим итеп, еңеп сыҡҡан. Һәм бөгөн бында спорт менән шөғөлләнеү өсөн бар шарттар тыуҙырылған.

Сарала Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, БР Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире – Вәдүт Исхаҡов, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары  Алһыу Әһлиуллина  һәм “Башҡортостан” гәзитенең мәғариф бүлеге мөдире Гөлдәр Яҡшығолова ҡатнаша. Ҡаҙмаш урта мәктәбендә осрашыу бик йылы үтте. Уҡыусылар үҙҙәренең йыр-моңға һәләтле булыуҙарын күрһәтте, төрлө һорауҙар бирҙе.

Мәктәп директоры Зариф Атауллин ҡунаҡтарҙы сәламләп, йыл һайын коллектив менән "Башҡортостан" гәзитенә яҙылыуҙарын, дәрестә һәм башҡа тәрбиәүи сараларҙа ҡулланыуҙарын  белдерҙе. Сарала шулай уҡ ошо мәктәптә белем алған, шәхси эшҡыуар Мәҙинә Ибраһимова ҡатнашты. Өлгөлө белем усағы, үҙҙәренең рухлы булыуҙарын йәнә бер ҡат иҫбатлап, районда тәүгеләрҙән булып “Коллектив менән – “Башҡорт­остан”ға!” акцияһына ҡушылды.

Киләһе осрашыуҙар Сибай ҡалаһында дауам итәсәк.

Автор фотолары.

"Башҡортостан" гәзите хеҙмәткәрҙәре - Әбйәлилдә
"Башҡортостан" гәзите хеҙмәткәрҙәре - Әбйәлилдә
"Башҡортостан" гәзите хеҙмәткәрҙәре - Әбйәлилдә
"Башҡортостан" гәзите хеҙмәткәрҙәре - Әбйәлилдә
"Башҡортостан" гәзите хеҙмәткәрҙәре - Әбйәлилдә
"Башҡортостан" гәзите хеҙмәткәрҙәре - Әбйәлилдә
"Башҡортостан" гәзите хеҙмәткәрҙәре - Әбйәлилдә
Автор:Карима Усманова
Читайте нас